

Балаҡатай үҙәк район дауаханаһы махсус хәрби операция зонаһына ебәреү өсөн УАЗ автомобилен тапшырған. Был хаҡта үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Мәсхүт Миңлеғәлин хәбәр итә.
Машинаны талаптарға ярашлы итеп әҙерләгәндәр. Был санитар автомобиль махсус хәрби операция зонаһында медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн хеҙмәт итәсәк. Бындай транспорт яралыларҙы эвакуациялауҙа алғы һыҙыҡта бик кәрәк.
“Ирекмәндәргә, предприятиеларға, эшҡыуарҙарға, район халҡына, ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла рәхмәт. Бындай ярҙам алғы һыҙыҡта булғандарға бик мөһим!”, – тип яҙҙы Мәсхүт Миңлеғәлин.
Фото: Балаҡатай районы хакимиәте.