Геройҙар дәүере
7 Июнь 2023, 15:00

Һәләк булғандарҙың яҡындарын хәстәрләп

Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың ғаиләләре менән осрашты.

Һәләк булғандарҙың яҡындарын хәстәрләпҺәләк булғандарҙың яҡындарын хәстәрләп
Һәләк булғандарҙың яҡындарын хәстәрләп

7 июндә Белорет ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашып һәләк булған яугирҙәр – подполковник Альберт Кәримовтың һәм ефрейтор Артем Мамыкиндың ғаиләләре менән осрашты.

 Радий Хәбиров һөйләшеү барышында яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашып, лайыҡлы улдар - Ватан һаҡсыларын тәрбиәләгән  өсөн ата-әсәләренә рәхмәт белдерҙе.

 - Беҙ барлыҡ республика менән ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ. Һеҙ ысын геройҙар, ысын ир-егеттәр тәрбиәләгәнһегеҙ, - тине Башҡортостан Башлығы. – Беҙҙең маҡсат – уларҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү. Беҙ мотлаҡ һеҙҙең турала хәстәрлек күрәсәкбеҙ.

Төбәк етәксеһе Альберт Кәримов һәм Артем Мамыкиндың туғандарына Шайморатов генералдың орденын тапшырҙы. Ҡаһарманлыҡ өсөн бирелгән был наградаға яугирҙәр һәләк булғандан һуң лайыҡ булған. Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре ярҙам һорап район хакимиәтенә һәр ваҡыт мөрәжәғәт итә алыуын белдерҙе.

Яугирҙәрҙең туғандарына Башҡортостан Башлығы Республика кардиология диспансерында дауаланыу үтергә тәҡдим итте.

- Һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләре өсөн беҙҙә махсус дауалау программаһы бар, - тине Радий Хәбиров.  

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас