Геройҙар дәүере
11 Июнь 2023, 10:00

Тыныс таңдарыбыҙ өсөн рәхмәт!

Ирек Сәғитов Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Владимир Романовҡа “1943 йылдың 12 июлендәге Прохоров һуғышына 80 йыл тулыу иҫтәлегенә” миҙалын тапшырҙы

Тыныс таңдарыбыҙ өсөн рәхмәт!Тыныс таңдарыбыҙ өсөн рәхмәт!
Тыныс таңдарыбыҙ өсөн рәхмәт!

Бөгөн Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәгәретдинов социаль селтәрҙә пост яҙҙы.

“Бөгөн Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Владимир Романовҡа “1943 йылдың 12 июлендәге Прохоров һуғышына 80 йыл тулыу иҫтәлегенә” миҙалын тапшырҙы. Миҙалды Курск һуғышы йыллығына арнап Белгород өлкәһе булдырған.

Владимир Романов Ҡы:ыл армия рәтенә 1942 йылдың 2 майында саҡырыла һәм шунда уҡ полк мәктәбенә ебәрелә. Бында уға сержант хәрби званиеһы бирелә. Вязовик ауылы янында беренсе хәрби тәжрибәһен ала. Яҡташыбыҙ Курск дуғаһындағы ҡаты алыштарҙа ҡатнаша.

Курск дуғаһындағы еңеү Владимир Романов кеүек үк ябай совет һалдатының геройлығыһыҙ мөмкин булмаҫ ине. Тап Курск һуғышы геройҙары “Цитадель” операцияһына нөктә ҡуйҙы ла инде: агрессорҙың көслө һөжүмен туҡтатып ҡына ҡалманылар, ә уны кире бора алдылар. Был алыш урыны Куликов һәм Бородинонан һуң Рәсәйҙең өсөнсө хәрби дан урыны булып һанала.

Владимир Евстафьевич – тере легенда. Беҙ яҡташыбыҙҙың ҡаһарманлығы менән ғорурланабыҙ. Һәр атҡан таң, яҡындарҙың йылмайыуы, ҡурҡыуһыҙ киләсәккә ҡарау, тыуған телдә һөйләшеү, балаларҙы тәрбиәләү мөмкинлеге, ата-бабаларыбыҙ һәм илебеҙ менән ғорурланыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт!" - тип яҙҙы ул. 

Фото: "Бәйләнештә".   

Тыныс таңдарыбыҙ өсөн рәхмәт!
Тыныс таңдарыбыҙ өсөн рәхмәт!
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас