

Баҡалы районының ирекмәндәр штабы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына ай һайын гуманитар ярҙам йыйып, үҙҙәре үк оҙатып барып килә. Тәүге көндәрҙән үк был изге эшкә Иҫке Ҡорос ауылы халҡы ла дәррәү ҡушылды.
Ошо ауылдың "Апаҡайҙар" коллективы хәрби операция зонаһына ебәрергә маскировка селтәрҙәре үрә. Яугирҙәребеҙгә ихлас күңелдән ярҙам иткән, Еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индергән апайҙарға рәхмәт тибеҙ. Улар хаҡында тулыраҡ "Башҡортостан" гәзитенең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ.
Автор фотолары.