Геройҙар дәүере
16 Июнь 2023, 08:36

Еңеү менән ҡайтығыҙ!

Фотолар БР Башлығы һәм ҡала хакимиәте рәсми сайттарынан алынды.Фотолар БР Башлығы һәм ҡала хакимиәте рәсми сайттарынан алынды.
Фото:Фотолар БР Башлығы һәм ҡала хакимиәте рәсми сайттарынан алынды.

Күптән түгел Даян Мурзин исемендәге башҡорт батальоны махсус хәрби операцияға йүнәлде. Батальонда Стәрле­тамаҡтан да ир-егеттәр бар. Улар оран булғас та, батальонға  яҙылды. Араларында отставкалағы офицер ҙа бар. Ул быға тиклем махсус хәрби операцияла улын юғалтҡайны. Атай йөрәге түҙмәне һәм ул яуға юлланды. “Улым өсөн үс аласаҡмын, Ватаныбыҙ мәнфәғәтен яҡлап алышам”, – тип белдерҙе запастағы майор Закир Ташматов.

Закир Жорабай улы ҡатыны менән ике ул тәрбиәләй. Икеһе лә, атаһы юлынан китеп, хәрби офицер була, махсус хәрби операцияла ҡатнаша, тик кесеһе Олег был яуҙан ҡайтмай ҡала...

– Олег улым һәр саҡ етеҙ, ҡурҡыу белмәҫ егет булды. Хеҙмәт­тәштәре өсөн ғүмерен бирергә әҙер ине. Шулай килеп сыҡты ла... – тип күҙ йәштәрен һөрттө атай кеше.

Ысынлап та, һәр яҡлап өлгөлө, батыр йөрәкле, физик яҡтан ныҡ, хәрби белемле йәш офицер ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнарға тырыша, һәр саҡ ҡайҙалыр ашҡы­на, ашыға тип әйтергә лә мөмкин­дер. Хәрби офицер, подполковник Олег Ташматов ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә рота командирынан алып 82-се айырым десант-штурм бри­гада­һы командиры урынбаҫары вазифаһына тиклем күтәрелә. Махсус хәрби операцияла баштан алып ҡатнаша. Һәр яҡлап алдынғы офицер ғаилә хәле буйынса ла күптәргә өлгөлө атай булып тора – ул дүрт балаһын берҙәй ярата. Күп балалы атай булыуына ҡарамаҫтан, тыуған ил саҡырыуына һәм хәрби антҡа тоғро ҡала, ғүмеренең һуңғы минутына тиклем алыша. Ул былтыр 24 сентябрҙә Херсон йүнәлешен­дәге яуҙа һәләк була...

Әлбиттә, улының үлемен атай кеше ауыр кисерә, әммә дошманға нәфрәт кенә түгел, Тыуған илен яҡ­лар­ға тигән теләк тә Закир Ташматовты сафҡа баҫырға өндәй!

Закир Жорабай улы һәм уның хеҙмәттәштәрен оҙатырға тип сараға ҡала башлығы Рөстәм Ғәзизов һәм Стәрлетамаҡ район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльвера Иманғолова ла килде.

– Беҙ ҡалабыҙҙа илен һаҡларға юлланған ошондай ир-егеттәр барлығы менән ғорурланабыҙ! Уңыштар теләйем, – тине Рөстәм Фәрит улы.

Эльвера Ғүмәр ҡыҙы үҙ сиратында:

– Башҡорттарҙың “төньяҡ амур­ҙары” үҙ ваҡытында Европаны таң ҡалдырған, һеҙ – уларҙың лайыҡлы дауамы – ил һағына баҫтығыҙ! – тине.

Оҙатыу барышында егеттәр ҙә, оҙатырға килгән яҡындары ла күтә­ренке, ныҡлы рухта булды, сөнки Ватан саҡырғанда был кәрәкле аҙым икәнлеге һәр кемгә лә билдә­ле. Иҫән-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтығыҙ, батырҙарыбыҙ!

- Рәмил МАНСУРОВ
Стәрлетамаҡ ҡалаһы

Читайте нас