Геройҙар дәүере
16 Июнь 2023, 08:27

Яҡташыбыҙға – Суворов миҙалы

шәхси архивтан.шәхси архивтан.
Фото:шәхси архивтан.

Ватанды һәм Рәсәй Федерацияһының дәүләт мәнфәғәттәрен хәрби хәрәкәттәрҙә яҡлағанда күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Нуриман районының Юрмаш ауылынан кесе сержант дәүләт наградаһы – Суворов миҙалы менән бүләкләнде.

“Морат” позывнойлы хәрби былтыр сентябрҙә махсус хәрби операция зонаһына хеҙмәткә саҡырылған.

– Бүлеү буйынса мин разведка ротаһына разведчик-тоҫҡаусы вазифаһына эләктем. Минең бурысым – фронттың Луганск өлкәһендәге Кременной йүнәлешендәге ҡатмарлы участкаларының береһендәге тораҡ пунктты обороналау. Бының өсөн күптән түгел дәүләт наградаһы менән бүләкләндем, – тип һөйләй кесе сержант.

“Морат” әйтеүенсә, шатлығын беренсе булып ағаһы менән уртаҡлашҡан, ул уның менән бергә махсус хәрби операцияла хеҙмәт итә.

– Мөмкинлек тыуыу менән, йәғни элемтә бәйләнеше булған ергә сыҡҡас та был хаҡта әсәйемә һәм ҡатыныма һөйләнем. Улар шундай яҡшы яңылыҡ менән шылтыратыуымды көтмәгән дә ине, – тип һөйләй “Морат”. – Уларға бүләкләүҙең нисек үтеүе һәм был награданы атайыма бағышлауым тураһында әйттем, ул, үкенескә ҡаршы, беҙҙең Еңеү менән ҡайтыуыбыҙҙы көтмәйенсә, баҡый донъяға китте.

Хәрби хеҙмәткәрҙе бүләкләү алғы һыҙыҡта үтә, полк командирынан Суворов миҙалы кеүек награда алыу, әлбиттә, уны дәртләндерә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы әйтеүенсә, был награда –  улын ҡыйыу, көслө һәм сыҙамлы ир итеп тәрбиәләгән атаһының ҡаҙанышы.

– Атайым иҫән булһа, минең менән ғорурланыр ине, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иң яҡын кешеләремдең береһе менән шатлығымды уртаҡлаша алманым, – ти хәрби хеҙмәткәр.

 “Морат” ҡыҫҡа ваҡытлы ялын тулыһынса ғаиләһенә – ҡатынына, балаһына, әсәһенә һәм ағаларына бағышлаған.

– Яҡындар менән айырылышыу ауыр, әммә башҡаса булдыра алмайым, мине хеҙмәттәштәрем көтә, улар араһында яҡташтарым да бар. Беҙҙе Тыуған ил саҡыра, ә алда мотлаҡ Еңеү көтә!

Рүзилә ҠОЛӨМБӘТОВА

Читайте нас