Геройҙар дәүере
16 Июнь 2023, 08:28

Яугир ҡатыны булыу – оло яуаплылыҡ

“Беҙгә ҡағылмай, тип ятырға ярамай”

sun9-3.userapi.comsun9-3.userapi.com
Фото:sun9-3.userapi.com

Мин белгән бер ғаиләнән өс ир-егет яу ҡырында илебеҙҙең именлеге өсөн көрәшә. Береһенең ҡатыны, күңелен бушатып, кисерештәрен уртаҡлашты.

“Теүәл бер йыл элек яңы ғына 20 йәше тулған ҡәйнешемде Украина сигенән табутта килтерҙеләр. Нисек инде? Был ни хәл? Ауыл халҡы ҡот осҡос хәлгә әҙерәк шаңҡып ҡалды. Ауыр хәбәрҙе ишетеү менән тормош иптәшем, йоҙроғон төйөп, тештәрен шығырҙатып, “Эх, ҡустым”, тип стенаға һуғып ҡуйҙы.

Яҡыныбыҙҙы ер ҡуйынына һалып ҡайтҡас, мине янына саҡырып алды ла: “Дошмандан үс алырға кәрәк. Үҙебеҙҙекеләргә ярҙамға барам, нисек ҡабул итерһең, белмәйем. Зинһар өсөн, рөхсәт ит миңә”, – тине. Әлбиттә, мин ҡаршы булдым. Ҡәйнешемде кире ҡайтарып булмай (урыны ожмах түрендә булһын). “Дошмандарҙы барыбер еңәсәкбеҙ”, – тинем. Иптәшем әҙерәк тынысланып ҡалды. Бер көн ҡайтып инде лә: “Юҡ, кәләш, былай булмай. Мин ир-егет, һуғышта ҡатнашҡанмын, хәрби тәжрибәм бар, йәш егеттәр мәрхүм була. Улар әле донъя күрмәгән, үҙем барам, уларға минең ярҙамым кәрәк”, – тине. Мин бер нисек тә кире ҡаға алманым, юлына арҡыры тороп та, бер ни хәл итә алмай инем. Бер уйлаһаң, уның һүҙендә лә дөрөҫлөк бар. Ысынлап та, илең ҡурҡыныс аҫтында торғанда, ир-егет булып, нимә эшләп ятмаҡ кәрәк? Ауыр булһа ла, иламаҫҡа тырыштым. Мин илаһам, һөйгәнемә лә ҡыйын булыр тип түҙҙем. Ләкин төндәрен йоҡлай алмай инем. Медицина яғынан һаулығын тикшертер өсөн хәрби комиссариатҡа барып, белешмәләр алып ҡайтты. Ни сәбәптәндер ике көн бара алмай йөрөгәнендә, “мобилизация­ланған” тигән ҡағыҙ килеп төштө. Был ҡағыҙҙы күреү менән, иптәшемдән айырыла алмай, һыҡтап тороп иланым. Ҡәйнәмдең өс улына ла тапшырылды был ҡағыҙ, уны ныҡ йәлләнем, нисек йыуатырға ла белмәнем. Ҡалаға барып, кейем-һалым, кәрәкле әйберҙәр алып, өс көн тигәндә оҙатып та ҡуйҙыҡ. Ышанғым килмәне, күңелем илай ине. Илай торғас, күҙҙән йәш сыҡмай, йөрәк кенә һулҡылдай.

Ҡапыл ғына сығып киттеләр. Ҡышҡылыҡҡа утын да әҙерләнмәгәйне. Ауылдаштарыма рәхмәт. Яңғыҙымды ҡалдырманылар.

Ҡазан ҡалаһында хәрби әҙерлектә булған мәлендә ике тапҡыр янына барып ҡайттым. Аҙыҡ-түлек, әҙерәк кейем-һалым, кәрәкле көнкүреш тауарҙары алып барҙым. Эх, ундағы осрашыуҙар!.. Әҙ генә ваҡыт араһында күрешеү минуттары ныҡ ҡәҙерле ине. Күп тә үтмәй Ростов яғына юлландылар. Ул саҡта, үкенескә ҡаршы, барып булманы.

Һуғышҡа ингәс, бәйләнеш булманы. Ҡапыл шылтыратып ҡуйыр тип, телефонды гел үҙем менән алып йөрөй башланым. 20 көн тигәндә: “Һаумы, бәпкәм. Беҙҙең барыһы ла яҡшы, ҡайғырма. Имен-һаубыҙ. Егеттәр туғандарына сәләм әйтергә ҡушты. Яратам. Пока!” тигән тәүге смс-хат килеп төштө. Бөтәбеҙ ҙә ҡыуандыҡ. Үҙебеҙсә доғалар уҡып, белмәгәнен өйрәнеп, белгәнен ятлап тигәндәй, өмөтләнеп, тағы шылтыратыуҙар көттөк. Тәүге бер ай үткәс, яйлап шылтыраттылар. 10-15 минут ҡына һөйләшеүҙәр ҙә күңелгә йылылыҡ өҫтәй ине.

“Ҡустым өсөн барыбер үс алдым”, – тине. “Ҡыҙыл нөктә”нән сығыу менән шылтыратты. Быға тиклем йыйылған ауыр йөк өҫтөмдән төшкән кеүек булды. Иҫән, Аллаға шөкөр, имен, тип ҡыуанысымдан иланым.

Көн – көн түгел, төн – төн түгел, уйланыуҙар, тынысландыра торған ҡап-ҡап дарыуҙар ашап, алты ай үтеп тә китте. Тәүгеләрҙән булып иптәшем ҡайтты. Өфө ҡалаһына ҡаршы алырға атлап түгел, осоп барҙым. Һәр минут, секунд шул тиклем яй үткән кеүек тойолдо. Бына ул осрашыу минуты һуҡты! Иремдең йылы ғына ҡосағын һағынып көтөп алдым. Гел беҙ теләгәнсә булмай шул, ике аҙна ваҡыт тиҙ генә үтеп китеп, махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Был юлы оҙатҡанда тағы ла ҡыйыныраҡ булды. Улар уйын уйнарға бармағанын яҡшы аңлайбыҙ.

Кемдең башына был һынау төшкән, шулар ғына беҙҙе аңлайҙыр ул. “Түҙ, килен”, – тип тупылдатып арҡамдан һөйөп үткәндәр ҙә бар. “Иреңде һуғышҡа ебәреп, аҡсаға батып ятаһың”, – тип әйтеүселәр ҙә табыла. Аҡсаһы ла кәрәкмәй, хәлемдән килһә, өҫтәп биреп, һуғышты туҡтатыр инем.

Был һуғыш кемдең кем икәнлеген асыҡ күрһәтте. Уйламаған кешеләр ярҙамға килде, яҡын кешем тигәнең йөҙөңә ҡарап мыҫҡыл итте, тиһәң дә хата булмаҫ. Имеш, иремде һуғышҡа ебәреп, рәхәтләнеп йәшәйем. Эх, беҙҙең хәлде күптәр аңлап етмәй шул. Гуманитар ярҙам йыйғанда ла ни эшләп һеҙҙең өсөн беҙ йыйырға тейеш, эш хаҡын тотоп ҡалғандар, һалымдар шунда китте, тиеүселәр ҙә бар. Минең фекеремсә, әгәр беҙҙең егеттәр шунда икән, бөтәһе лә уларға ярҙам ҡулы һуҙырға тейеш. Минең ирем, балам, ҡустым, атайым өйҙә, Аллаға шөкөр, тип ятырға ярамай. Илгә бәлә килгәндә берҙәм һәм бергә булырға тейешбеҙ.

Бына тағы тынлыҡ. Бәйләнеш юҡ. Шылтыратыуҙар көтөп үтерме инде быйылғы йыл...”

Рүзилә ҠОЛӨМБӘТОВА

Читайте нас