

Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге батальон яугирҙәре Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадрановҡа көсөк бүләк итте, тип хәбәр итә әле махсус хәрби операция үткәреү зонаһында булған Башҡортостан журналистары. Бүләкте “Боцман” позывнойлы батальон ротаһының береһе командиры тапшырҙы.
“Беҙҙә шундай яғымлы йәнлек бар. Беҙ дуҫыбыҙ Азатҡа көсөктө бүләк итергә теләйбеҙ. Исеме Персик. Ул беҙҙе йылытты һәм бергә булды. Көсөктөң яҙмышы ябай түгел. Ул ут аҫтында тыуған. Доставалов исемендәге батальон яугирҙәрендә йәшәп, ул нығынды, хатта ырылдай башланы. Хоҙай уға хәҙер иң яҡшы яҙмыш бүләк итһен”, – тине “Боцман”.
Азат Бадранов бүләккә ҡыуанды, ләкин көсөк Башҡортостанға юлланасағын әйтте.
“Персик Башҡортостанға, Архангел районына барасаҡ һәм балаларым менән йәшәйәсәк”, – тине Азат Бадранов.
Персик шунда уҡ Азат Бадрановта хужаһын таный. Көсөк уның эргәһенән бер аҙым да китмәгән һәм гел уйнарға теләгән.
Фото: "Башинформ".