

Махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарға республиканың һәр район һәм ҡала халҡы даими рәүештә ярҙам итә.
Был эштән эшҡыуарҙар ҙа ситтә ҡалмай, үҙҙәренең тос өлөшөн индерә. Ошо көндәрҙә Туймазы районының Ҡаңны-Төркәй ауылынан йәш эшҡыуар Илдар Йосопов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн һыйыр һуйған.
"Илдарҙың туған-тыумасалары һәм Мелиораторҙар урамында йәшәүселәр ярҙамында тиҙ арала итте 150 банка быҡтырып, ҡаплап та ҡуйҙыҡ.
Беҙҙең әҙерләгән ризыҡтарыбыҙ илебеҙҙең тыныслығын һаҡлаған һалдаттарға барып етеп, уларға файҙа килтерһен. Улар еңеү менән тыуған яҡтарына, өҙөлөп көткән әсәләре, һөйөклө ҡатындары, балалары янына иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар. Илебеҙ күге аяҙ булһын, ерҙә тыныслыҡ урынлашһын. Ә Илдарға шундай сауаплы эш башҡарғаны өсөн ауылдаштары, яугирҙәрҙең ата-әсәләре исеменән ҙур рәхмәт белдерәбеҙ", - ти Мәхмүзә Шәғәлиева.
Фото һәм текст сығанағы: "Етегән" гәзите.