Геройҙар дәүере
19 Июнь 2023, 18:00

Хәйбуллалар яугирҙәргә машина ебәргән

Егеттәр өйҙә көтөүҙәрен тойоп, хәрби хеҙмәттә лә бирешмәҫ, тип яҙған хакимиәт башлығы.

Хәйбуллалар яугирҙәргә машина ебәргәнХәйбуллалар яугирҙәргә машина ебәргән
Хәйбуллалар яугирҙәргә машина ебәргән

Хәйбулла районы халҡы махсус операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына ярҙам итеүен дауам итә. Был хаҡта район башлығы Рөстәм Шәрипов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә хәбәр итә.

"Хәйбулла районы халҡы махсус операцияла ҡатнашҡан егеттәргә төрлө яҡлап ярҙам итә. Тәмлекәстәр менән йәшниктәр, аҙыҡ-түлек, маскировкалау селтәрҙәре, эш ҡоралдары һәм посылкалар – сираттағы гуманитар ылау махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Посылкаларҙы махсус биләмәгә алып барасаҡ автомобиль — битараф ҡалмаған яҡташыбыҙҙың бүләге. Егеттәр өйҙә көтөүҙәрен тойоп, хәрби хеҙмәттә лә бирешмәҫ, тырышып эшләр", - тип яҙған ул.

Әйткәндәй, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә тыуған яҡтарынан даими рәүештә ылау ебәрелә.

Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Хәйбуллалар яугирҙәргә машина ебәргән
Хәйбуллалар яугирҙәргә машина ебәргән
Хәйбуллалар яугирҙәргә машина ебәргән
Автор:Карима Усманова
Читайте нас