+21 °С
Болотло


Махсус хәрби операция зонаһынан хәрбиҙәребеҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыуҙарын дауам итә.
Баҡалы районының Мостафа ауылынан да йәш ғаилә башлығы отпускыға ҡайтып төштө. “Шах” позывнойлы яугирҙең кескәй улы менән осрашыуын видеоға төшөрөп ебәргәндәр. Күңелгә үтеп инерлек был видеоны күҙ йәштәрһеҙ ҡарап булмай.
Бөтә яугирҙәребеҙҙең дә ошондай шатлыҡ йәштәре аҡһын, тип теләйек. Донъялар тиҙерәк тынысланып китһен. Ир-егеттәребеҙ иҫән-һау үҙ аяҡтарында ҡайтһындар!
Фото һәм видео уларҙың рөхсәте менән ҡуйыла.