

Әлеге ваҡытта махсус хәрби операция биләмәһендә “Әбйәлил” ҡушаматлы башҡорт тоҡомло ат хәрби әҙерлек үтә. Был турала ошо мәлдә унда эшләгән Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе Ильяс Батыргәрәев хәбәр итә.
Полк командиры Башҡортостан вәкилдәренән позицияларҙы шым ғына урап үтеү һәм кәрәк-яраҡ әйберҙәр алып барыу өсөн уны алғы һыҙыҡҡа килтереүҙәрен һораған. Әйткәндәй, ат 200 килограммға тиклем йөк күтәрә ала.
Ат командаларға һәм һыбай йөрөүгә өйрәтелгән, әле шау-шыуға, атыу тауыштарына һәм снарядтар ярылыуына күнегә. Хайуан үҙен алғы һыҙыҡта нисек күрһәтер? Ваҡыт үткәс кенә билдәле булыр.
Фото: Телеграм.