

Әбйәлил районының Рысҡужа ауылынан етем ҡалған өс ейәнен тәрбиәләгән Зөһрә Мәһәҙиева Линар һәм Илдар исемле ейәндәре менән әлеге ваҡытта ут эсендә йөрөгән ауылдаштарына йыр бағышлаған. Уны өсәүләп башҡарып, Зөһрә апай видеояҙманы сәхифәһендә урынлаштырған.
"Был йырҙы ут эсендә йөрөүсе ауылдаштарыбыҙға бағышлайбыҙ. Имен-һау әйләнеп ҡайтһындар! Беҙ тыныслыҡ яҡлы!" - тигән өләсәй.
Был ауыл яңы ғына оло ҡайғы кисергәйне. 80 йәште уҙған Хәснә Хафиз ҡыҙының улы батырҙарса һәләк булды. 16 июндә Зөлфәр Нәдир улы Мостафин Рысҡужала ерләнде.
Фото: "Осҡон" гәзите.