

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция биләмәһенән йәрәхәтләнеү буйынса комиссияланған, шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙәргә генерал Шайморатов миҙалын тапшырҙы.
– Ҡәҙерле яугирҙәребеҙ! Бөгөн һеҙгә дәүләт наградаларын тапшырыу - беҙҙең өсөн оло хөрмәт, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт! Бөтә республика һеҙҙең һәм ғаиләләрегеҙ тураһында хәстәрлек күреүҙе дауам итәсәк. Өйөгөҙгә иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.