

Бөгөн Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының исемле подразделениелары булдырылып бөттө, тине.
– Башҡортостандың ирекле полкы формалашты. 29 июндә уларҙың хәрби әҙерлек үткән урындарында хәрби байраҡтар тапшырасаҡбыҙ, – тине Радий Фәрит улы.
Шул уҡ ваҡытта республика етәксеһе һәр яугир махсус хәрби операция биләмәһенә китер алдынан мотлаҡ рәүештә диспансерлаштырыу үтергә тейеш тигән йөкләмә бирҙе.
– Бер генә яугиребеҙ ҙә диспансерлаштырыу үтмәйенсә унда китергә тейеш түгел. Беҙ әле үк ҡайһы бер сирҙәрҙе асыҡланыҡ, сөнки араларында өлкән кешеләр ҙә бар. Шуға күрә ир-егеттәрҙебеҙҙе тулыһынса тикшереп ебәреү бик дөрөҫ, – тине Радий Хәбиров.