Геройҙар дәүере
29 Июнь 2023, 03:00

Башҡорттоң аҫыл улдары һынатмай

Быйыл Еңеүҙең 78 йыллығын бары бер һуғыш ветераны ҡаршыланы...

Башҡорттоң аҫыл улдары һынатмайБашҡорттоң аҫыл улдары һынатмай
Башҡорттоң аҫыл улдары һынатмай

“Хәтер һәм ҡайғы көнөн Рәсәй халҡы ғына түгел, ә бөтә донъя халҡы билдәләй. Икенсе бөтә донъя һуғышы касафаты күптәргә ҡағылды. Рәсәйҙә  һуғышта ҡатнашмаған берәй ғаилә бармы икән?" – тип яҙа “Торатау” гәзите сайтында Ҡанаҡай ауылынан Гөлсәсәк Шәрипова.

– Беҙҙең Ҡанаҡай ауылынан ғына күпме ир-егет яу яландарында ятып ҡалған. Һуғышта иҫән ҡалыусыларҙың да күбеһе инвалид булып ҡайтҡан. Беҙ, һуғыштан һуң тыуған сабыйҙар, фронтовик балалары инек. Атайҙарыбыҙ һуғыш ваҡытында көрсөккә ҡалған колхозды тергеҙҙе. Көнө-төнө егелеп эшләне. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа илдең таянысы булды. Һаман хәтерҙә: Еңеүҙең 30 йыллығын билдәләгәндә обелиск алдында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары хәтһеҙ ине. Быйыл Еңеүҙең 78 йыллығын бары  бер  һуғыш ветераны – Минеғолов Әүхәҙи ағай ғына ҡаршыланы. Уны үҙ йортонда ҙурлап ҡотланыҡ. Ветеранға Хоҙай һаулыҡ бирһен.

Атайҙарыбыҙ фашистарҙан Европаны азат итте, ә фашист ҡалдыҡтары һаман баш күтәреп маташа. Уларҙы ла һепереп түкмәй, тыныс йәшәп булмаясаҡ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәргә һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ! Башҡорттоң аҫыл улдары һынатмай. Уларҙың еңеү менән иҫән-һау ҡайтыуҙарын көтәбеҙ. Тылда ал-ял белмәй эшләгән һуғыш балаларын  бөгөн хөрмәтләп иҫкә алабыҙ, Һеҙгә оҙон ғүмер, һаулыҡ теләйбеҙ!

Фото: “Торатау” гәзите.

 

Башҡорттоң аҫыл улдары һынатмай
Башҡорттоң аҫыл улдары һынатмай
Башҡорттоң аҫыл улдары һынатмай
Башҡорттоң аҫыл улдары һынатмай
Башҡорттоң аҫыл улдары һынатмай
Башҡорттоң аҫыл улдары һынатмай
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас