Геройҙар дәүере
30 Июнь 2023, 07:00

Ил саҡырғас...

Һеҙҙең иғтибарға “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡовтың махсус хәрби операция биләмәһенә командировканан юлъяҙмаһын тәҡдим итәбеҙ. 

Ил саҡырғас...Ил саҡырғас...
Ил саҡырғас...

Республиканың киң мәғлүмәт сараларының бер төркөм журналистары менән махсус хәрби операция барған биләмәгә юлланырға йыйыныуҙы ишетеп, бөгөн ошо тарафтарҙа илебеҙ именлеге хаҡына яуҙа йөрөгән ҡоҙамдан сәләм килеп төштө: “Ҡайын миндеге алып кил әле”. Беренсенән, быны шаяртыу ҡатыш ебәрелгән хәбәр тип ҡабул иттем, икенсенән, йәйгеһен миндек бәйләрлек ағасты һәр ерҙә табып була инде, тип уйланым...

Сәфәргә әйҙәгән сәбәптәр

Былтырғы йылда күңелгә ике дата ныҡ уйылып ҡалды: 24 февраль һәм 21 сентябрь. Белеүегеҙсә, тәүгеһе – илебеҙ Президенты тарафынан Донбассты яҡлау йәһәтенән махсус хәрби операция иғлан ителгән көн, икенсеһе – өлөшләтә мобилизация тураһында указ сыҡҡан дата. Барлыҡ ил халҡының иғтибары ошо мөһим ваҡиғаға йүнәлде, йөрәктәр именлек һағына баҫҡандарға теләктәшлек менән типте, күңелде улар хаҡында борсолоу хисе баҫты. Барыбыҙға ла мәғлүм: һуғыш ҡорбанһыҙ булмай. Таныштар, яҡташтар араһынан тәүге һәләк булыусылар тураһында ишетеп, йөрәкте ниндәйҙер ауыр тойғо баҫты, башта төрлө уйҙар ҡайнашты. Йәш кенә егеттәр, ҡулына ҡорал алып, Тыуған иленең именлеге, дәүләттең бөтөнлөгө, беҙҙең яҡты киләсәк хаҡына көрәшә, батырлыҡтар ҡыла, ошо изге юлда һәләк булыусылар ҙа бар. Ә беҙ нимә эшләй алабыҙ? Уларға ниндәй ярҙам күрһәтергә тейешбеҙ? Ошолар хаҡында уйланмаған көн булмағандыр...

Өҫтәүенә тап шул мәлдәрҙә төрлө ялған хәбәрҙәр, фейк-яңылыҡтар таралып китте. Уларҙы таратыусыларҙың кешеләр араһында болғаныш тыуҙырырға теләүе, халыҡтың аңын томалауҙы маҡсат итеп ҡуйыуы аңлашыла ине. Был йәһәттән илебеҙ һәм республикабыҙ етәкселеге, киң мәғлүмәт сараларының эшмәкәрлеген көйләгән дәүләт органдары баштан уҡ аныҡ талап ҡуйҙы: тикшерелгән, дөрөҫ мәғлүмәттәргә генә таянырға! Һәм миндә, республиканың төп милли баҫмаһы “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы рәйесе булараҡ, махсус хәрби операция биләмәһенә барып, барыһын да үҙ күҙҙәрем менән күреп ҡайтыу, һалдаттарҙың тормош-көнкүреше, рухи торошо менән танышыу теләге тыуҙы. Был уйҙы күтәреп алыусылар, теләктәшлек күрһәтеүселәр бихисап булды, һәр хәлдә бер кемдән дә “унда нимә ҡарайһығыҙ” тигән фекер ишетмәнем. Күп кенә коллегаларым “Беҙ ҙә һеҙҙең менән!” тигән теләген еткерҙе. Әйтергә кәрәк, быға тиклем дә республика журналистары – “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы егеттәре махсус хәрби операция барған төбәктәрҙә командировкаларҙа булып ҡайтҡайны. Улар менән аралашыу, фекер уртаҡлашыу ниәтебеҙҙе тағы ла нығытты.

Ярҙам өсөн рәхмәт!

Апрелдә сәфәргә ныҡлы әҙерлек башланыҡ. Ниәтебеҙ окоп тормошо менән танышыу, яугирҙәр менән аралашыу ғына түгел, ә Башҡортостан журналистарының ил һаҡсылары менән теләктәш булыуын да күрһәтеү ине. Шуға күрә һалдаттар янына буш ҡул менән бармаҫҡа, улар өсөн кәрәкле әйберҙәр, ҡорамалдар, күстәнәстәр алырға һөйләшеп килештек. Был изге ниәтте республиканың тотош журналистар йәмәғәтселеге ихлас ҡабул итте. Ураҙа байрамы алдынан булғас, күптәр фитыр саҙаҡаһы булһын, ошо бәләкәй генә ярҙамым еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индерһен, тигән изге ниәттә ҙур теләк менән аҡса күсерҙе. Был башланғысҡа республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортона берләшкән гәзит-журнал редакциялары, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте дәррәү ҡушылды. Һөҙөмтәлә 700 мең һумға яҡын аҡса йыйылды. Беҙ был суммаға өс квадрокоптер, уларға тәғәйен смартфондар, бер тепловизор һатып алдыҡ. Был ҡорамалдарҙың яу ҡырындағылар өсөн ни тиклем кәрәкле булыуын хәрби тормош менән аҙ ғына таныш кеше яҡшы аңлай.

Махсус хәрби операция биләмәһенә барасаҡ команда тупланғас, сәфәрҙең рәсми, хоҡуҡи яҡтарын теркәү, матди-техник йәһәттән ойоштороу, аккредитация, инструкция үтеү ғәмәлдәре башланды. Был йәһәттән республика етәкселегенең, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы Килсенбаевтың, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы  акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Фәнүр Мөхәррәм улы Йәғәфәровтың, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Владимирович Ульчевтың, уның урынбаҫары Марат Әсхәт улы Ғәзизовтың, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Рәсүл Рәүеф улы Сәфәрғәлиевтең ҙур ярҙамын тойҙоҡ. Әлеге көндә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан БР Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Шамил улы Бадранов менән даими бәйләнештә булдыҡ, ул да төплө кәңәштәрен бирҙе, яугирҙәрҙең тормош-көнкүрешен күреп, үҙҙәре менән шәхсән аралашып ҡайтыу ниәтен хупланы. Шулай уҡ тағы бер батыр йөрәкле, илһөйәр рухлы егеткә – Тимерғәле Ураҙғоловҡа ҙур рәхмәт! Ул – беҙҙең коллегабыҙ Рәлис Ураҙғоловтың улы, бөгөн инде аяғында ныҡлы баҫып торған эшҡыуар. Махсус хәрби операция башланғандан алып әллә нисә тапҡыр гуманитар ылау ойоштороп, яугирҙәр янында булып ҡайтҡан, улар менән даими бәйләнештә булған кеше.

Росгвардияның БР буйынса идаралығы беҙгә махсус һаҡ әйберҙәре, бронежилет бирҙе. Тейешле дарыуҙар йыйылмаһы тупланды, хәрби табип ҡатнашлығында көтөлмәгән хәлдәрҙә үҙеңде дөрөҫ тотоу, тәүге ярҙам күрһәтеү, аныҡ ҡарар ҡабул итеү һәм башҡалар буйынса инструктаж үткәрелде.

“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто өс еңел автомобиль бүлде, уларҙың багаж бүлектәре бүләктәр, күстәнәстәр менән тулды. Яугирҙәрҙең рухын күтәрерҙәй күстәнәстәр тураһында ла онотманыҡ: билдәле шағирәләр – журналистика ветераны Зөһрә Ҡотлогилдина “Китә ирҙәр Донбассҡа, илде утҡа һалмаҫҡа”, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина “Заманым йыры” тип аталған шиғри йыйынтыҡтарын әҙерләп сығарып өлгөрҙө. Уларҙа Тыуған ил, тыуған төйәк тураһында илһөйәрлек рухы менән һуғарылған шиғырҙар тупланған. Алдан уҡ яҙып үтәйем: кеҫәгә һалып йөрөтмәле был китапсыҡтарҙы һалдаттар бик яратып, шатланып ҡабул итте. Шулай уҡ “Башҡортостан”, “Ҡызыл таң”, “Ағиҙел” кеүек республика баҫмаларының һуңғы һандарын да алдыҡ. Әйткәндәй, тыуған төйәге хаҡында яңылыҡтар менән уртаҡлашҡан, республика һулышын яҡтыртҡан баҫмалар яугирҙәргә бик ҡәҙерле һәм танһыҡ.

Тағы ла бер күренеште яҙып үткем килә: юлға ҡуҙғалыр саҡта Зөһрә апай Ҡотлогилдина, китаптан тыш, башҡа төрлө күстәнәстәр әҙерләүе хаҡында хәбәр итеп, машина яллап килеп етте. Ул ярты багажникты тултырып киптерелгән емеш-еләк, сәтләүектәр килтергән ине. Бына шулай, һәр йәһәттән ихлас теләктәшлек тойоу сәфәргә тәүәккәллек менән юлланырға ярҙам итте.

Хәйерле сәғәттә!

Өфөнән туғыҙ кеше ҡуҙғалдыҡ: билдәле яҙыусы, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, Октябрьский ҡалаһындағы мәғлүмәт үҙәге директоры Рөстәм Камалетдинов, “Башинформ” агентлығы журналисы Эдуард Ҡусҡарбәков, “Ҡызыл таң” республика гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Фәнис Гәрәев, “Юлдаш” радиоһынан йәш коллегабыҙ, блогер Венер Фәйзуллин, “Аргументы и факты” баҫмаһынан Сергей Кудряшов, водителдәр Валерий Денюшкин һәм Наил Ғәбдиев. Әлбиттә, төркөмдөң етәксеһе булараҡ, үҙемдә икеләтә яуаплылыҡ тойҙом, ни тиһәң дә, ысын хәрби хәрәкәттәр барған ергә юлланабыҙ. Беҙҙе Октябрьскийға тиклем “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Рәсүл Сәфәрғәлиев оҙатып барҙы. Ошо ҡаланан булған юлдашыбыҙ Рөстәм Камалетдинов менән урындағы яугир-интернационалистар берләшмәһе егеттәре бәләкәй генә осрашыу ойошторҙо. Йола буйынса республика сигендәге кафела сәй менән һыйлап, изге теләктәрен, тормошсан кәңәштәрен биреп оҙатып ҡалды. Шулай итеп, ”Хәйерле сәғәттә!” тип алыҫ сәфәргә юл алдыҡ.  

Әйтергә кәрәк, юлыбыҙ тыныс, бер ниндәй ғәҙәттән тыш осраҡтарһыҙ дауам итте. Луганск өлкәһенең Красный Луч ҡалаһында Иҙрисов Азамат Сәфәрғәле улы менән Илдар Камил улы Ғиззәтуллин ҡаршы алды. Улар икеһе лә – дәүләт хеҙмәтендә эшләгән егеттәр. Беҙҙе бер колледждың ятағына урынлаштырҙылар. Шарттар тураһында әйтеп тормайым, сөнки ундағы хәл-торошто күптәрегеҙ аңлайҙыр. Ҡалала иң төп проблемаларҙың береһе – һыу мәсьәләһе. Уны бер нисә сәғәткә генә бирәләр. Урындағы халыҡтың йәшәү кимәле, торлаҡ-көнкүреш шарттары яҡшынан түгел, һуңғы тиҫтә йылдарҙа төбәккә иғтибар булмауы ныҡ күҙгә ташлана. Шулай ҙа сауҙа нөктәләренең, яғыулыҡ заправкаларының эшләп тороуы тормоштоң дауам итеүе тураһында һөйләй. Азат ителгән биләмәләрҙә әле үк Рәсәйҙең ярҙам саралары асыҡ күренә: төҙөлөш эштәре бара, юлдар рәтләнә.

Кискеһен Азат Шамил улы Бадранов менән осраштыҡ, ул алғы һыҙыҡтан ҡайтып төшөү менән беҙҙең делегация янына килде. Дуҫтарса, туғандарса йылы күрешеү булды. Башҡортостан Республикаһының базаһында булып, бүләктәрҙе тапшырҙыҡ. Уларҙы ихлас ҡыуанып, рәхмәт әйтеп ҡабул иттеләр.

– Билдәле булыуынса, хәҙерге заман хәрби хәрәкәттәре башлыса технологик һуғыштан ғибәрәт. Квадрокоптер – ул хәрби машина, шулай уҡ Ҡораллы Көстәрҙең күҙе һәм ҡолағы. Башҡортостан журналистары килтергән ҡорамалды коптерҙарға мохтаж һәм егеттәребеҙҙең күбеһе тупланған подразделениеларға тапшырырбыҙ, – тине Азат Шамил улы.

Әйткәндәй, әлеге ише база бында башҡа бер урында ла юҡ. Ошонда эш планы билдәләп, төркөмдәргә бүленеп, алыҫ ерҙәге командировкабыҙҙы башлап ебәрҙек.

“Миндек алып килдеңме?”

Алда яҙып үткәнемсә, быйылғы яҙҙа ҡоҙам – өлкән улымдың ҡайныһы үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланды. Уның был ҡарары барыбыҙ өсөн дә көтөлмәгән хәл булды. Донъяһы етеш, балалары үҫкән, бер нимәгә лә мохтажлыҡ кисермәй. Ике ғаиләнең уртаҡ шатлығы булып ейәнсәребеҙ үҫеп килә. “Ни өсөн бындай ҡарарға килдең?” тигән һорауға: “Беҙ бармаһаҡ, кем барырға тейеш? Улай ғәҙел булмай”, – тип яуапланы.

Махсус хәрби операцияла ҡоҙам хеҙмәт итеүе, уны күрергә теләүем тураһында алдан бер кемгә лә әйтмәгәйнем, сөнки беҙ бында үҙебеҙҙең туғандарҙы күреү өсөн түгел, ә эш буйынса килдек. Әммә бәхетле осраҡлылыҡ тип әйтәйемме, беренсе юлланған нөктәбеҙ ҡоҙам хеҙмәт иткән частың туҡталҡаһы булып сыҡты. Ҡосаҡлашып күрешеп, хәл-әхүәл белешкәс, тәүге һорауы “Миндек алып килдеңме?” булды. Минең уйым дөрөҫкә сыҡманы: был яҡтарҙа миндек бәйләрлек ҡайындар үҫмәй икән. Әлбиттә, күңелде бер аҙ үкенес хисе биләне. “Ҡоҙа, һинең еңеү менән ҡайтыуыңды миндек бәйләп көтөрмөн!” – тинем. Шулай килештек. Сит тарафтарҙа осрашыу бөтөнләй икенсе тойғолар уята икән. Бихисап Ишембай егеттәрен осратырға тура килде, улар менән дә бер туғандарҙай ҡосаҡлашып күрештек, ихлас һөйләштек.

Беҙҙекеләр өлгө күрһәтә

Артабан эш көндәре, яугирҙәр менән аралашыуҙар башланды. Улар ыңғайына блиндаждарҙа йоҡлап йөрөргә лә, бер ҡаҙандан ашарға ла, ут эсендә булырға ла тура килде. Тәүге көндәрҙә аҫтан ғына осоп үткән истребителдәрҙең тауышы, беҙҙең ПВО-ның дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттарын (БПЛА), реактив снарядтарҙы шартлатыуы, минометтарҙың атыуы һиҫкәндерә ине, һуңғараҡ был тауыштарға ла өйрәндек. Иң мөһиме шуны билдәләргә кәрәк: яу ҡырындағы ойоштороу эше бик юғары кимәлдә ҡуйылған. Быны командирҙар ҙа, ябай һалдаттар ҙа билдәләне. Бына, мәҫәлән, бер командирҙың әйткән һүҙҙәре: “Операцияның тәүге осоро менән сағыштырғанда юғалтыуҙар һанын байтаҡҡа кәметеүгә өлгәштек. Был – шәхсән минең өсөн ҙур һөҙөмтә”.

Командировка барышында Шайморатов, Доставалов исемендәге Башҡортостан батальондарында, 3-сө Пенза мобилизация полкында һәм башҡа урындарҙа булырға тура килде. Һуңғыһы мобилизация буйынса алынған яугирҙәрҙән Пензала ойошторолған, уның составында башлыса Пенза, Ульяновск һәм беҙҙең Башҡортостан егеттәре тупланған. Беҙҙекеләр 700-ҙән ашыу иҫәпләнә. Башҡорт яугирҙәренә ихтирам-хөрмәт шунда уҡ күҙгә ташлана, полк командирының (ул беҙҙең республика кешеһе түгел – автор) бер позывнойының “Башҡорт” булыуы ла ошо хаҡта һөйләй.

– Башҡортостан етәкселегенең үҙ яугирҙәренә ярҙам итеүен, даими рәүештә гуманитар йөктәр алып килеүен күреп, башҡа төбәктәр, шул уҡ Пенза һәм Ульяновск өлкәләре лә ҡушылды, йәғни һеҙҙекеләр был йәһәттән күптәргә өлгө күрһәтте,  – тине “Башҡорт”.  

Азат Шамил улы менән әлеге полкта наградалар тапшырыу мәлендә лә булырға тура килде. Яугирҙәр тыуған төбәктең орден-миҙалдары ведомство наградаларына ҡарағанда күпкә ҡәҙерлерәк, яҡыныраҡ булыуын билдәләне. Был көндә майор Илдар Н. менән кесе сержант Марсель Т. Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Егеттәр иғтибар-хәстәр өсөн республика етәкселегенә, яҡташтарына ихлас рәхмәтен еткерҙе.

Ғөмүмән, ҡайҙа ғына барһаҡ та, тәртиптең ҡәтғи ҡуйылыуын, тәьминәттең яҡшы булыуын, яугирҙәрҙең матди, йәғни аҙыҡ-түлек, кейем, техника йәһәтенән мохтажлыҡ кисермәүен күреп ҡыуандыҡ. Унан да бигерәк уларҙағы көслө рух, ныҡлы характер, еңеүгә ышаныс, хәрби дуҫлыҡ, яҡташлыҡ көсө һоҡландырҙы. Был йәһәттән республика яугирҙәре менән туранан-тура эшләгән Азат Шамил улы Бадрановтың ролен айырып билдәләп үткем килә. Барыһы ла уның тирәһендә әйләнә тиһәк, һис тә артырыу булмаҫ, моғайын.

Эш сәфәре башҡа маҡсаттарҙы ла үҙ эсенә алғайны. Командировка барышында Луганск Халыҡ Республикаһы менән Башҡортостан Республикаһы Журналистар союздары араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Был хаҡтағы документҡа союз рәйестәре – Леонард Свидовсков һәм ошо юлдарҙың авторы ҡул ҡуйҙы. Үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында ҡарар бынан бер нисә йыл элек үк ҡабул ителгәйне, әммә билдәле сәбәптәр арҡаһында был сара кисектерелеп килде.

Сабынырбыҙ әле!

Алты мең саҡрымға яҡын юл үтеп, билдәләгән уй-ниәттәргә өлгәшеп, тыуған яҡтарға имен-аман аяҡ баҫтыҡ. Нимәләр бирҙе беҙгә был сәфәр? Иң тәү сиратта берҙәмлекте, илһөйәрлекте күрҙек, ысын ир-егеттәр менән таныштыҡ, дуҫлаштыҡ. Улар үҙҙәрен геройға һанамай, бары тик ил саҡырғас, һәр ир-егет башҡарырға тейеш бурысты ғына үтәүен билдәләй. “Әгәр беҙ булмаһаҡ, кем?” тиҙәр һәм улар хаҡлы.

“Ҡурҡыу хисе булдымы?” тип һораны күптәр. Юҡ тиһәм, алдашыу булыр. Өҫтәүенә мин үҙем өсөн генә түгел, тотош делегацияның – коллегаларымдың именлеге өсөн дә яуаплылыҡ алған инем. Шулай ҙа яугирҙәребеҙҙәге ныҡлыҡты, көр кәйефте, тәүәккәллекте күреп, нисектер тынысланаһың, үҙеңә ышанысың арта.

“Тағы барыр инегеҙме?” тиҙәр. Һис һүҙһеҙ, барыр инем. Пландар бар. Әммә уларҙың тормошҡа ашмауы, махсус хәрби операцияның яҡын арала тамамланыуы тағы ла яҡшыраҡ булыр ине. Коллегам, дуҫым Мөнир Ҡунафин сәфәр барышында төшөрөлгән бер видеояҙмала былай тигәйне: “Күп һалдаттар менән аралаштыҡ. Барыбер тойғолар ауыр. Һуғыш – кешелектең үҙенә ҡарата уйлап тапҡан иң ҙур язаһы ла, ҡазаһы ла... Бына өҫтөбөҙҙәге бронежилет, касканың кәүҙәгә ауырлығы ныҡ беленә, ә күңелгә ауырлығы тағы ла ҡыйыныраҡ...”

Аяҙ күк йөҙө аҫтында йәшәүҙең, иртәнсәк тыныс ҡына атлап эшкә барыуҙың, кискеһен һине көткән ғаиләңә, бар уңайлыҡтары булған торлағыңа ҡайтыуҙың ни тиклем ҙур бәхет, изге ҡиммәт булыуын нығыраҡ аңларға ярҙам итте был сәфәр...

Әйткәндәй, командировканан ҡайтыу менән Ишембайға юлландым һәм 20 пар ҡайын миндеге бәйләнем. Ҡоҙама һәм беҙҙең барлыҡ егеттәргә имен-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтырға яҙһын тигән теләктәремде лә ҡуштым. Сабынырбыҙ әле, Алла бойорһа!  Ә инде сәфәр тәьҫораттарына, яугирҙәр менән осрашыуҙарға ҡағылышлы мәҡәләләр, әңгәмәләр, коллегаларҙың юлъяҙмалаы менән гәзитебеҙҙең киләһе һандарында мотлаҡ уртаҡлашырбыҙ.

Автор - Вәдүт ИСХАҠОВ.

Эдуард Ҡусҡарбәков фотолары.

 

 

Ил саҡырғас...
Ил саҡырғас...
Ил саҡырғас...
Ил саҡырғас...
Ил саҡырғас...
Ил саҡырғас...
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас