Геройҙар дәүере
30 Июнь 2023, 08:00

Татыр-Үҙәктәр йәнә туҡмас киҫте

"Илебеҙҙе һаҡлаған егеттәребеҙҙең ризығына яҙһын, уларға иҫән-имен тыуған яҡтарына ҡайтырға яҙһын!” – ти ҡатын-ҡыҙҙар. 

Татыр-Үҙәктәр йәнә туҡмас киҫтеТатыр-Үҙәктәр йәнә туҡмас киҫте
Татыр-Үҙәктәр йәнә туҡмас киҫте

Хәйбулла районының Татыр-Үҙәк ауылы ҡатын-ҡыҙҙары мәктәп ашханаһында туҡмас әҙерләне. Ул махсус хәрби операция зонаһына - хәрбиҙәргә ебәреләсәк. Мәстүрә Тимербаева үҙе ҡатнаша алмаһа ла он, йомортҡа тапшырған. Уңған ҡатын-ҡыҙҙар был эште бер нисә сәғәт эсендә башҡарып ҡуйған.

Изге эште ойоштороусы ауыл мәҙәниәте мөдире Раушания Такаева: “Эшебеҙ бик ырамлы булды, туҡмас кипкәнсе ултырып сәй эсеп алдыҡ. Матур, изге теләктәр теләп, туҡмасты киҫеп тә ҡуйҙыҡ. Илебеҙҙе һаҡлаған егеттәребеҙҙең ризығына яҙып, иҫән-имен тыуған яҡтарына ҡайтырға яҙһын!” – тип бүлеште.

Сығанаҡ: vk.com/public137362606

Татыр-Үҙәктәр йәнә туҡмас киҫте
Татыр-Үҙәктәр йәнә туҡмас киҫте
Татыр-Үҙәктәр йәнә туҡмас киҫте
Татыр-Үҙәктәр йәнә туҡмас киҫте
Татыр-Үҙәктәр йәнә туҡмас киҫте
Татыр-Үҙәктәр йәнә туҡмас киҫте
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас