Геройҙар дәүере
1 Июль 2023, 11:00

Күстәнәстәр яҡташтарыбыҙға көс-дәрт, ғәйрәт өҫтәһен

Арыҫлан Иҫәнов яугирҙәргә бағышлап ҡорбан салған.

Күстәнәстәр яҡташтарыбыҙға көс-дәрт, ғәйрәт өҫтәһенКүстәнәстәр яҡташтарыбыҙға көс-дәрт, ғәйрәт өҫтәһен
Күстәнәстәр яҡташтарыбыҙға көс-дәрт, ғәйрәт өҫтәһен

Баймаҡ районының Йомаш ауылынан крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Арыҫлан Айҙар улы Иҫәнов махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бағышлап, ҡорбанға һыйыр малы салған. Уның әсәһе, Йомаш ауылының "Ағинәйҙәр" йәмғиәте рәйесе Зифа Аҡназар ҡыҙы, ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы, "Серҙәштәр" ансамбле ағзалары һәм ауылдың уңған хужабикәләре менән берлектә ит быҡтырып, банкаларға япҡан. Күмәк көс менән йөҙҙән ашыу банка күстәнәс әҙерләнгән.

“Был сауаплы эш барыбыҙҙы ла берләштерҙе: кем ит тураны, кем уларҙы быҡтырҙы, кем банкаларҙы стерилләне... Шуныһы һөйөндөрҙө: ир-егеттәр ҙә бындай эштән ситтә ҡалманы.

Ҡорбан байрамы уңайы менән ҡылған изгелектәрегеҙ мең сауап булып әйләнеп ҡайтһын. Күстәнәстәр яҡташтарыбыҙға барып етеп, көс-дәрт, ғәйрәт өҫтәһен. Уларҙың тиҙерәк, имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.

Сауаплы был эштә ҡатнашҡан барлыҡ ауылдаштарыма, айырыуса Арыҫлан Айҙар улына, Зифа Аҡназар ҡыҙына ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Изге эштәрегеҙ һеҙҙе бәлә-ҡазаларҙан һаҡлаһын, ныҡлы сәләмәтлек, донъялар именлеге теләйем”, – тип яҙған Йомаш ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Хәҙисә Райманова.

Сығанаҡ: vk.com/rb_media

Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас