

Кисә Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө булды. Был көндө Әбйәлил районының Йәнгел ауылынан 4-се класс уҡыусылары махсус хәрби операция батыры Фәнис Хөсәйеновты иҫкә алған.
"Халҡыбыҙҙың бәхетле киләсәге өсөн ғүмерен биргән Геройыбыҙҙы иҫкә алайыҡ. Онотмайбыҙ, хәтерләйбеҙ, ғорурланабыҙ!" - тигән уларҙың класс етәксеһе Рәзилә Сәйфуллина.
Кластан Язар Әхмәтйәнов үҙенсәлекле акция ла үткәргән: "бишле"гә өлгәшкән уҡыусы Фәнисте ҡабатлап фотоға төшкән. Тимәк, малайҙар халыҡ батырына оҡшарға тырыша, уның кеүек илһөйәр булып үҫә.
"Рухлы, сая уҡыусым быйыл Сибай гимназияһына уҡырға инде. Фәнистең иҫтәлегенә мәктәп баҡсаһында күмәкләп груша ағасы ла ултырттыҡ", - ти Рәзилә Харис ҡыҙы.
Афарин, балалар! Һеҙгә яҡты киләсәк теләйбеҙ!
Сығанаҡ: https://vk.com/id203105535