

“Ватанды һаҡлаусылар” фондының Стәрлебаш районы буйынса социаль координаторы урындағы мәҙәниәт йорто, район гәзите хеҙмәткәрҙәре һәм “СТБ Актив” йәштәр үҙәге менән берлектә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған сара ойошторған.
“Яҡындарым-һөйгәндәрем” Бөтә Рәсәй акцияһына ярашлы, Стәрлебаш районы биләмәһендә хәрби ойошмалар ағзалары һәм уларҙың ғаиләләре өсөн бушлай фотосессия үткән. Был ваҡиға махсус хәрби операция яугирҙәрен һәм уларҙың яҡындарын матур тәбиғәт ҡосағына йыйған.
Фотоға төшөрөү урыны итеп Гөмбаҙы ауылы эргәһендәге аҡ сәскәле ялан һайланған. Алдан реквизит әҙерләгәндәр, сәскә тажын бәйләгәндәр, гөлләмәләр йыйғандар.
Сара бер нисә быуын вәкилдәрен берләштергән: хәрбиҙәрҙең ата-әсәләре, ҡатындары, балалары, шулай уҡ һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаилә ағзалары.
Арағыҙҙы һәр ваҡыт йылылыҡ, мөхәббәт нығытып торһон!
Сығанаҡ: vk.com/molodstb