+21 °С
Болотло


Махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәрҙең береһе, үҙе әйтеүенсә, "өп-өр яңы йыр" тәҡдим итте.
"Баймаҡ районының Бетерә ауылы эшҡыуары Илсур Ғәйнетдин улы Нәбиуллинға ҙур рәхмәт белдерәм. Ул махсус хәрби операция биләмәһенә килеп етеп, мине ҡыуандырып, ошондай гитара бүләк итеп китте. Бала саҡ дуҫым, класташым. Уға өп-өр яңы йырымды арнаным. "Яҡты йондоҙом" тип атала", - тине яугир.
Ир-егеттәребеҙҙең барыһының да имен-аман йөрөп ҡайтыуын теләйбеҙ.
Фото: ватсаптағы видеонан скриншот.