Геройҙар дәүере
14 Июль 2023, 11:00

Алғы һыҙыҡта – ҡурай менән

Хеҙмәт булған ерҙә дан да бар.

“Ҡайҙа башҡорт, шунда ҡурай”, ти халыҡ аҡылы. Был фекер бөгөнгө йәмғиәтебеҙҙә лә йыш раҫлана. Үҙебеҙҙең яугирҙәр тураһында махсус хәрби операция биләмәһенән әленән-әле төрлө хәбәрҙәр алып торабыҙ. Улар араһында шатлыҡлыһы ла, үкенескә ҡаршы, ҡайғылыһы ла бар...         Ә бына үҙебеҙҙең егеттәрҙең күбеһенең яу ҡырында ҡурай уйнап йә уҡ-ян тотоп йөрөгәне – феноменаль күренеш. Шундай милләттәштәребеҙҙең береһе – халҡыбыҙға бихисап билдәле ҡурайсылар биргән Баймаҡ районы егете, махсус хәрби операцияла тәүге көндәрҙән үк ҡатнашҡан, бөгөн инде “Батырлыҡ өсөн” һәм “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалдарына лайыҡ булған Илшат Мәҡсүтов.

 

Төп һөнәренә ынтылыш

 

Үҙенең ябайлығы һәм ихлас­лығы менән күп кешегә өлгө булып торған егет – Фәниә менән Азат Мәҡсүтовтарҙың матур ғаилә­һендә үҫкән икенсе бала. Ғаиләлә иң төпсөгө һәм берҙән-бер малай булғанға күрә, яуаплылыҡ, тәрбиә, тәртип тигән төшөн­сәләрҙе бәләкәй сағынан аңлап буй еткерә ул. Тыуған ауылында урта мәктәптә уҡығанында ла, үҙе аңлап, тырышып яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә. Әйткәндәй,  беренсе тапҡыр ҡурай менән танышыуы ла ошонда була. Ул ваҡыт Түбә ауылына 100 йыл тулыу айҡанлы, мәктәптә ҡурай түңәрәге асып, унда ҡырҙан ҡурайсы эшкә саҡырыла. Был эште байрам бүләге итеп, ЮНЕСКО-ның ул ваҡыттағы етәксеһе Шәфҡәт Тутаев ойоштора. Шул ваҡыттан Илшат халҡы­быҙҙың милли уйын ҡоралы серҙәренә төшөнә башлай. Ҡурай буйынса уның тәүге уҡытыусыһы Рауил Сәфәрғәле улы Хәсәнов була. Күп тә үтмәй, беренсе бәйгелә көсөн һынап ҡарай йәш ҡурайсы. Ул Кәрим Дияровтың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ойошторолған конкурс була. Унда Илшат “Түбә ауылының беренсе һандуғасы” тигән диплом менән бүләкләнә. Ошондай сарала ҡатнашыу ҙа, күңеленең йырға-моңға тартылыуы ла яҙмышына ҙур йоғонто яһай.

Ауыл мәктәбен тамамлағас, егет Өфө дәүләт сәнғәт училищеһына уҡырға килә. Бында уны ҡурай серҙәренә уҡытыусыһы Таһир Дидар улы Хәмитов өйрәтә. Башта тауышы ултырып еткәнсе ҡурай бәйгеләренә йөрөргә кәңәш ителмәһә лә, икенсе курстан конкурстарҙа ҡатнаша башлай Илшат. Ҡазан ҡалаһында үткән “Этномириада”ла ҡатнашып, икенсе урынды яулауға өлгәшә ул.  Шулай итеп, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты булған йәш ҡурайсы республика кимәлендәге сараларҙа йә байрам-банкеттарҙа йөрөп тәжрибә туплай, аҡса ла эшләй башлай.

Өлкәнерәк курсҡа еткәс инде үҙе белем алған уҡыу йортоноң ятағы биләмәһендә урам һепереүсе була. Тап ошондай хеҙмәттә сынығып, яҙмышын үҙ ҡулына ала ла инде ул.

Шулай бер урында тик торорға яратмаған йәш кешенең артабанғы тормошо үҙен­сәлекле боролош ала. Сәнғәт училищеһын тамамла­ғанда ул “С” категориялы водитель танытмаһына ла эйә була, көҙ армия сафына алына.

 

Хәрби хеҙмәттәге ғүмер

 

Ҡайһы берәүҙәр хәрби хеҙмәттә көн­дәрҙең тиҙерәк үтеүен теләй. Илшат өсөн иһә бушты бушҡа ауҙарып эшһеҙ йөрөү – ят күренеш. Бөгөнгө көн менән түгел, киләсәген уйлап йәшәргә өйрәнгән егет бар эшкә лә өлгөрә.

Кавказ яҡтарында гаубицалы үҙйөрөшлө артиллерия дивизионында хеҙмәт иткәндән һуң, хәрби контракт нигеҙендә хеҙмәт итергә ҡала ул. Артабан хеҙмәтен реактив артиллерия дивизионында дауам итә. Туғыҙ йыл инде Владикавказ ерендә хеҙмәт иткән егет бер ялына ҡайтҡанда ситтән тороп З. Ис­мәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инә. Артабан уҡыу менән хәрби хеҙмәтте бергә алып бара. Тыуған яҡтарына ҡайтҡан сағында ҡурай буйынса төрлө сараларҙа, бәйгеләрҙә лә ҡатнашып өлгөрә. Ә инде институтты тамамлағас, дәүләт имтихандарын тап­шырғанда ул Сүриә Республикаһында терроризмға ҡаршы хәрби операцияла ҡатнашып йөрөгән була. Һәм, әмәлгә ҡал­ғандай, пандемия мәлендә лә имтихандарҙы ситтән тороп тапшырыу мөмкинлеге бирелә. Ул дәүләт имтихандарын хәрби хеҙмәт шарттарында ситтән тороп тапшыра һәм юғары уҡыу йортон тамамлаған профессиональ ҡурайсы исемен ала.  Шулай, ҡайҙа ғына йөрөһә лә, ул үҙенең маҡсатына өлгәшә һәм төп һөнәрен ташламай. Һәр ваҡыт үҙе менән ҡурайын йөрөтә.

Украинала махсус хәрби операция башланғас, ошо биләмәлә лә ул үҙе менән һәр саҡ бүленмәле ҡурайын, үҙе эшләп алған уҡ-янын йөрөтә. Бушаған арала уҡ атыу ярыштары ойоштороп, күңел күтәреп алабыҙ, ти ул үҙе ошо турала.

Шулай уҡ ял ваҡытында ҡурайында уйнап та яуҙаштарының күңелдәренә көс-ҡеүәт бирә яугир-ҡурайсы. Бигерәк тә уның башҡорт булыуын белһәләр, шунда уҡ яҡын күреп, ышаныс белдерәләр икән. Ғөмүмән, ҡулынан бар нимә лә килгән булдыҡлы, эшһөйәр, уңған егет тип белә уны эргә-тирәһендәге бар кеше. Ҡайҙа ғына барһалар ҙа, шулай уҡ яҡындағы ауыл халҡы ла шатланып, ҙур өмөт менән ҡаршы ала беҙҙең яугирҙәрҙе. Алғы һыҙыҡтағы позицияла булыуҙарына ҡарамаҫтан, яҙға аяҡ баҫыу менән эргәлә ауылда йәшелсә, еләк-емеш сәскән улар. Үҙҙәре блиндаждарҙа йәшәһә лә, тормоштоң бар әсе-сөсөһөн татып тәжрибә туплаған Илшат, яҡындағы ауылға барып, дүрт бәрән һатып алған һәм уны бер ғаиләгә көтөргә ҡалдырған. Бөгөн һуғымға тип үҫтерелгән, түл йәйгән был малҡайҙар яугирҙең үҙенең дә, яуҙаштарының да, тәрбиәләп биреүселәренең дә ризыҡтарына яҙһын!

Әйткәндәй, һуғыш яланынан өс бесәй балаһын да ҡотҡарып алып сыға улар. Шулай ер йылытҡас та сыға башлаған сысҡандарҙан да ҡотолалар, үҙҙәренең ышаныслы ҡулдарында үҫтергән ике бесәйҙең балалары булып та ҡыуандырған. Ауылда ҡара эш күреп үҫкән, тырышып йәшәргә тигән тәрбиәне һеңдергән башҡорт егеттәренә, ҡайҙа булһалар ҙа, ерегеп китеү ҡыйынға тура килмәй. Шундай шарттарҙа матур йәшәйеш, бер лайыҡлы кескәй йәмғиәт барлыҡҡа килтерергә ынтылыуҙары – һоҡланғыс күренеш.

Хәрби тормоштағы яуаплы һәм фиҙакәр хеҙмәте өсөн бихисап Рәхмәт хаты, маҡтау грамоталары менән дә бүләкләнгән Илшат. Кавказда уҙған парадта, Сүриә Ғәрәп Республикаһындағы хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусы булараҡ, күкрәк билдәләре, Жуков миҙалы менән дә наградланған ул. Ә үҙе өсөн инде, ҡайҙа ғына йөрөһә лә, белемен даими камиллаштырып, төп һөнәренә тоғро ҡалыу мөһим. Шуға ла ул махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан ваҡытында З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының магистратураһына уҡырға инеү теләге менән документтарын тапшырҙы.

Эйе, Тыуған илебеҙҙе шундай яуаплы һәм ҡыйыу ҡаһарман Илшат Мәҡсүтов кеүек ир-егеттәр һаҡлағанда, күгебеҙ ҙә аяҙ, атҡан һәр яҡты көнөбөҙ ҙә ышаныслы, сөнки кесе сержант, Ватан алдында хәрби бурысын намыҫ менән үтәү менән бер рәттән, үҙенең асылына тоғро ҡалып, халҡыбыҙҙың милли уйын ҡоралы – ҡурайына ла тоғро хеҙмәт итә.

Ә хеҙмәт булған ерҙә дан да бар. Рәхмәт һиңә, батыр, үҙ илеңдең ҡаһарман улы булғаның өсөн.

- Таңсулпан БАЙТИМЕРОВА 

Читайте нас