

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡыйғы районына эш сәфәре барышында ошо райондан махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты. Илгизәр Зиннуров, Морат Йосопов, Винер Сәйфуллин, Илгиз Латипов барыһы ла үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнгән.
Аралашыу барышында республика етәксеһе ихлас күңелдән ҡайғы уртаҡлашты һәм ата-әсәләргә ысын ир-егеттәр, Ватан һаҡсылары тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Радий Хәбиров уларға республика кардиология диспансерында махсус программа буйынса дауаланырға һәм реабилитация үтергә тәҡдим итте.
– Һеҙҙең балаларығыҙ – ысын батырҙар, бурыстарын намыҫ менән үтәнеләр. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ. Төп бурысыбыҙ – ғүмерҙәрен ил өсөн ҡорбан иткән яугирҙәребеҙ тураһында онотмаҫҡа, уларҙың ғаиләләрен иғтибар менән солғап алырға. Был эште мин шәхсән контролдә тотам, – тине.
Радий Хәбиров Зөһрә Гордиенкоға һәләк булған яҡташтарҙың исемен мәңгеләштереү буйынса саралар күрергә ҡушты, МХО-ла ҡатнашыусылар ғаиләһенә ярҙам күрһәтеүҙе контролдә тотоуҙы йөкмәтте. Шулай уҡ ата-әсәләргә улдарының Шайморатов ордендарын тапшырҙы.
Фото: glavarb.ru