Геройҙар дәүере
14 Июль 2023, 11:11

“Минең Алмасым бит ул!”

Бурысын теүәл үтәне.

Рәсәй телевидениеһының Беренсе каналы.Рәсәй телевидениеһының Беренсе каналы.
Фото:Рәсәй телевидениеһының Беренсе каналы.

Рәсәй Федерацияһы Геройы Алмас Минеғәле улы Сафин тураһында байтаҡ мәҡәлә донъя күрһә лә, уның хаҡындағы иҫтәлектәр яңынан-яңы биҙәктәргә байый, ҡаһарман хаҡында тағы ла күберәк белге килә. Мин дә башҡорт егетенең тормош юлы, туғандары, уларҙың иҫтәлектәре менән уртаҡлашҡым килде.

Батыр егет 1985 йылда Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында тыуған, урындағы 2-се мәктәптең IX класын тамамлағандан һуң, Бердскиҙа электр механикаһы техникумында белем ала. 2014 йылда Новосибирск юғары хәрби команда училищеһын тамамлағас, контракт буйынса хеҙмәт итә, десант ғәскәрҙәренә хәрби хеҙмәткәрҙәр әҙерләү менән шөғөлләнә.

Алмас 2018 йылда Сүриәләге хәрби операцияла ҡатнаша. 2022 йылдың 30 сентябрендә 76-сы гвардия десант-штурм дивизияһының 237-се десант-һөжүм полкы составында Украинала барған махсус хәрби операцияға йүнәлә. Быйыл 14 ғинуарҙа алыш барышында ҡыйыу старшина дошмандың биш яугирен юҡ итә, ҡаршы яҡтың ҡапыл һөжүм итергә маташыуын иҫкәртергә өлгөрә. Ярсыҡ тейеп, ауыр яралана, әммә һуңғы һулышына тиклем һалдаттарға идара итеүен һәм дошманға ут яуҙырыуын дауам итә.

Полктың 3-сө десант-штурм батальоны составынан ярҙамға өҫтәмә көс килгәс, дошман сигенергә мәжбүр була. Дөйөм алғанда, алышта украин ғәскәрҙәре 50 хәрби хеҙмәткәрен, бер танк һәм ике бронялы машинаһын юғалта. 2023 йылдың 17 ғинуарында Алмас Сафинға үлгәндән һуң Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелә. Десантсының ике ҡыҙы һәм улы ҡалды...

Туғандары, дуҫтары, таныштары Герой тураһында күңелдәрендә йылы, онотолмаҫлыҡ хәтирәләр һаҡлай. “Бала саҡтан Алмас шуҡ, шаян, тиктормаҫ, көслө, эшһөйәр, яҡшы ойоштороусы, бер һүҙ менән әйткәндә, алмаштырғыһыҙ лидер булды. 12 йәштә атайһыҙ ҡалғас, уға ғаилә йөгөн әсәһе менән бергәләп тартырға тура килде. Ул һәр ваҡыт хужалыҡ эшендә ярҙам итте, туғандарын ҡарашты. Тыңлашмаған, эшен еренә еткереп башҡармаған ваҡыттарында әсәһе Гүзәл апай, йәне көйөп, улын әрләштереп алғылаһа ла, һәр саҡ “минең Алмасым бит ул” тип ғорурланып, яратып-һөйөп кенә үҫтерҙе. Батыр егетебеҙ бәләкәйҙән тәүәккәл, үҙаллы булырға өйрәнде”, – тип хәтерләй яҡташтары.

Хәрби хеҙмәт юлын юҡҡа ғына һайламағанын армия сафында уҡ раҫлай ул. 2014 йылда контракт буйынса хеҙмәт итә башлай. Армияла булған дуҫтарын йыйып, Новгород училищеһында үҙе хеҙмәт иткән кеүек бригада төҙөй. Алмастың ротаһы башҡаларҙан һалдаттарҙың көнкүреш шарттары, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре менән айырылып торған. Хеҙмәттәштәренә туғанылай ҡараған, холҡон, ҡыҙыҡһыныуҙарын белеп, һәр береһе менән уртаҡ тел тапҡан, кемгәлер яғымлы, яҡшы һүҙле, ҡайһы берәүҙәргә ҡарата ҡатыраҡ булырға ла тура килгән.

Алмас Сафин Башҡортостанды яратҡан, уның менән сикһеҙ ғорурланған, үҙенең һалдаттары араһында ла тыуған яғына һоҡланып, халҡы тураһында ғорурланып һөйләр булған, милләттәштәрен хөрмәт иткән. Ҡайтҡан һайын Башҡортостанда сәфәрҙә йөрөп сығырға тырышҡан. “Алмас ҡайтҡан!” тигән хәбәр ауылда таралһа, йәше-ҡарты уның менән күрешергә ашыҡҡан. Һәр ҡайһыһы ҡунаҡҡа саҡырып көтөп торған. Туғандарында, дуҫтарында Алмас ҡунаҡ ҡына булмаған, эштәрен башҡарышып, ярҙам итешеп тә йөрөгән. Бесәнен дә сабышҡан, утынын да ярған, кемгәлер өй төҙөшкән, тиҙәр уның тураһында. Сит ерҙәрҙә  йөрөгәндә егет тыуған яғын, туғандарын ныҡ һағынған, әлбиттә. Әсәһе, балалары тураһында гел уйлап, һорашып торор булған.

Армия сафында, шулай уҡ махсус хәрби операцияла булғанда Алмастың “Башҡорт” тигән позывнойы булған. Ә үҙендә хеҙмәт иткән егеттәрҙе яратып, “И-и-ий, мои башкирята” тип йөрөткән, тиҙәр. Уның йыш ҡабатларға яратҡан бер нисә фразаһын да иҫкә төшөрәйек: “Не доводите меня! Иначе узнаете, кто такой башкир!”, “Не был в Башкортостане? Да ты жизнь совсем не видел, значит!”, “Как в Башкортостане люди живут? Заборы красят, траву косят – всё как в армии!”, “Так, мужики, “Раевский лимонад”! Вкус детства и Родины! Берем ящик, лучше два”... Алмас менән бергә хеҙмәт иткән һәр егеткә ул “бисмилла” һүҙен иҫтә ҡалдырырға ҡушҡан, һалдаттың иртәһе шул һүҙҙән башланырға тейеш, тип аңлатҡан.

Алмас ябайлығы менән кешеләрҙе хайран ҡалдырған. Ҡулынан килгәнсә, нимә менән булһа ла йылы һүҙгә мохтаждарға ярҙам итергә тырышҡан. Мәҫәлән, Новосибирск ҡалаһында хеҙмәт иткән сағында балалар йортона бүләктәр ебәргәнен, ике өләсәйгә аҙыҡ-түлек алышҡанын хәтерләй хеҙмәттәштәре.

Алмас Сафиндың хәрби юлды һайлау сәбәбе тураһында әйткән һүҙҙәре хеҙмәттәштәренең күңелендә ҡалды. “Ни өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашаммы? Бөтәһе лә көн кеүек асыҡ. Тирә-яғыңа күҙ һал: кемдер эштә, кемдер ял итә, атайҙар балаларын ҡарай, студенттар уҡый... Һәр кем үҙ эше менән мәшғүл, улар һуғышырға тейеш түгел! Ни өсөн мин һалдаттарға талапсанмын, ни өсөн ҡәтғи тәртипкә һәм күнекмәләргә өйрәтәм? Мин күнектергән  һалдатты һәр кем менән алмаштырып булмай, ул 10 кешене алмаштыра ала. Һалдат ни тиклем профессионалерәк була һәм үҙен ышаныслыраҡ тота, шунса күберәк кеше тыныс тормошта йәшәйәсәк. Уҡығыҙ, эшләгеҙ, ғаиләгеҙҙе ҡарағыҙ, балалар үҫтерегеҙ, ә беҙ һеҙҙең өсөн, тыныс тормош өсөн көрәшәсәкбеҙ. Борсолмағыҙ, мәсьәлә хәл ителәсәк! Был – минең бурысым!” – тип аңлатҡан үҙенең маҡсатын егет.

Тарихта Алмас кеүек батыр, сәмле, ышаныслы кешеләр һирәк тыуа. Һуғыш яланында яҡташыбыҙ үҙен башҡаса тота ла алмаҫ ине. Ул башҡаларҙан ғәҙәти булмаған ҡыйыулығы, отҡорлоғо менән айырылып торған. Әкиәттәрҙә һөйләнгәнсә, уның кеүек “көслөләрҙән - көслө, яҡшыларҙан-яҡшы батырҙар” халҡы өсөн үҙен йәлләмәй һәләк була. Алмас та шулай. Һалдаттары унан өлгө алған, башҡорт егетендәге күркәм сифаттарҙы үҙҙәрендә лә тәрбиәләргә тырышҡан. “Уны бер кем дә алмаштыра алмаясаҡ”, – тип уңалмаҫ күңел яраларын яңырта туғандары.

Алмас Сафин хеҙмәттәштәрен тыуған яғы менән таныштырыу өсөн Башҡортостанға, Әлшәйгә алып ҡайтып йөрөгән. Алмастың әсәһе Гүзәл апай ҡунаҡтарҙың һәр береһен үҙенең улы кеүек ҡаршы алған, ҡунаҡ иткән, йылы һүҙҙәр менән оҙатҡан, хатта исемдәрен дә онотмаған әле. Махсус хәрби операция ваҡытында ла улы аша дуҫтарының хәл-әхүәлен белешеп торған.

Алмастай егеттәребеҙ барында тыныс, имен көндәрҙең урамыбыҙҙа хакимлыҡ итәсәгенә өмөтөбөҙ арта. Батырҙарҙың исеме халыҡ күңелендә оҙаҡ йәшәйәсәгенә ышанабыҙ, улар менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.

Гөлсинә ЙОМАҒУЖИНА, Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты

Читайте нас