Геройҙар дәүере
15 Июль 2023, 07:00

"Һаҡлап ҡына йөрөтсө мине, Раббым!.."

Яҡташ яугиребеҙ йыр яҙып, клип төшөргән. Уның ауылдаштары хәбәр итеүенсә...

"Һаҡлап ҡына йөрөтсө мине, Раббым!..""Һаҡлап ҡына йөрөтсө мине, Раббым!.."
"Һаҡлап ҡына йөрөтсө мине, Раббым!.."

"Һаҡлап ҡына йөрөтсө мине, Раббым,

Ҡурсалап ҡына мине йөрөтсө.

Яҙмышҡайым тик Һинең ҡулыңда бит,

Изге сәфәрҙәр генә Һин насип ит".

Шулай тип йырлай яҡташ яугиребеҙ. "Әлеге мәлдә контракт буйынса Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан батыр егетебеҙ Илшат М. йыр яҙған! Һәм клип төшөргән. Унда тыуған яғыбыҙҙың матурлығы сағылдырыла. Ҡайҙа йөрөһәң дә, имен йөрө талантлы егетебеҙ!" - тип яҙғандар Баймаҡ районының Түбә ауылы мәҙәниәт йорто төркөмөндә.

Афарин, яугир! Һине һәм барлыҡ ир-егеттәребеҙҙе Аллаһ Тәғәлә һаҡлап ҡына йөрөтһөн!

Фото һәм видео: "Түбә ауылы мәҙәниәт йорто" төркөмөнән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас