

Хәйбулла районынан үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға төркөм ир-егет юлланды. Улар контракт буйынса хеҙмәт итәсәк. Тәүҙә хәрби әҙерлек үтеп, унан махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыласаҡтар.
"Яҡташтар был ҡатмарлы ваҡытта ситтә тороп ҡалманы, ысын ир-егет ҡарары ҡабул итте. Һеҙгә ярҙам итеү өсөн тылда барыһын да эшләрбеҙ. Рух ныҡлығы, имен-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы теләйем", - тине уларҙы оҙатҡанда район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.
Барығыҙға ла имен-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын!
Фото һәм текст сығанағы: Хәйбулла районы хакимиәте сайты.