+21 °С
Болотло


"Кейек ҡаҙ юлдары"н йырлап махсус хәрби операцияға киткән яҡташыбыҙ Артур Хәсәновҡа ошо көндәрҙә 35 йәш тулды. Ул әле лә ҡотлауҙар ҡабул итә, ни тиһәң дә, юбилей йыл буйына дауам итә.
"Тыуған көнөм менән мине! 35 йәш!" - тип яҙған ул стористарында. Үҙен ҡотларға теләүселәр өсөн егет, шаяртып, банк картаһы номерын да ҡалдырған.
Беҙ ҙә Артурҙы күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ һәм тиҙерәк тыуған яғына имен-һай әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ!
Фото: "Интертат"