Башҡортостан халҡы өсөн геройға әйләнгән Фәнис Хөсәйеновтың дыуамал һәм ҡурҡыу белмәҫ яугир булыуы хаҡында барыһы ла хәбәрҙар. Билдәле булыуынса, былтыр махсус хәрби операция биләмәһендә беҙҙекеләрҙең позицияһына дошмандың күпкә күберәк көстәре һөжүм итә.
Унда генерал-майор яраланғас, Тәтешле егете Фәнис уны үҙе трофей иткән БТР-ға тейәп хәүефһеҙ урынға алып сыҡҡан. Ошо батырлығы өсөн «Безбашенный» тигән ҡушамат алған егет халыҡ геройына әйләнде.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Фәнис Хөсәйенов ҡотҡарған юғары дәрәжәләге офицер - Көньяҡ хәрби округы (ЮВО) командующийы урынбаҫары, генерал-лейтенант Олег Цоков һәләк булған.
Лента.ру белдереүенсә, уның үлемендә Бердянск ҡалаһында Украинаның Ҡораллы Көстәренең ракета һөжүме сәбәпсе.
Фото һәм текст сығанағы: Айбулат Ишназаров