Геройҙар дәүере
18 Июль 2023, 15:30

Билдәле блогер нимәгә аҡса йыйған?

"Йәмилә апа" ла ситтә ҡалмайынса...

Билдәле блогер нимәгә аҡса йыйған?Билдәле блогер нимәгә аҡса йыйған?
Билдәле блогер нимәгә аҡса йыйған?

Бөгөн һәр кем махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәтә. Ошо көндәрҙә күптәргә "Эльвина100" булараҡ билдәле, "Йәмилә апа" образындағы шаян вайндары менән киң танылыу яулаған блогер Эльвина Сибәғәтова, яҙылыусылары менән бергә, яугирҙәр өсөн тентлы "УАЗ" машинаһы һатып алған.

370 мең һумдан ашыуыраҡ аҡсаны блогер айҙан ашыу йыйған.

"Ниһайәт, Аллаһҡа мең шөкөр, беҙ быны булдырҙыҡ. Бик ҙур эш башҡарҙыҡ. Хөрмәтле яҙылыусыларым, был - беҙҙең уртаҡ хеҙмәтебеҙ һөҙөмтәһе. Хоҙай Тәғәлә үҙегеҙҙе ҙурлаһын. Был машинаның егеттәребеҙгә файҙаһы тейһен. Иҫән-һау, үҙ аяҡтарында әйләнеп ҡайтырға яҙһын. Тиҙерәк донъяларыбыҙ тынысланһын ине", - тип яҙған блогер.

Бына бит, ниндәй ҙур изге эш башҡарған ул! Афарин, Эльвина!

Фото Эльвина Сибәғәтованың сәхифәһенән.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас