Геройҙар дәүере
19 Июль 2023, 15:00

Ҡара Яҡупта ҡара ҡайғы кисереп...

Башҡортостан Башлығы һәләк булған майорҙың ҡатынына Шайморатов орденын тапшырҙы. Яугирҙең ата-әсәһенә ул ниндәй кәңәш бирҙе?

Ҡара Яҡупта ҡара ҡайғы кисереп...Ҡара Яҡупта ҡара ҡайғы кисереп...
Ҡара Яҡупта ҡара ҡайғы кисереп...

19 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Шишмә районының Ҡара Яҡуп ауылында махсус хәрби операция барышында ғүмере өҙөлгән майор Илгиз Усмановтың ғаиләһендә булды.

Хәрбиҙең ата-әсәһе Исмәғил Нурлығаян улы һәм Сәймә Байзәүи ҡыҙы, ҡатыны Регина Радик ҡыҙы, улдары Руслан, Рамаҙан менән аралашҡанда уларға үҙенең үкенесен белдерҙе.

- Һеҙ ысын Ватан һаҡсыһын үҫтергәнһегеҙ. Ул Тыуған илгә хеҙмәт итеү һөнәрен һайлаған. Республика һәр саҡ Илгиз Исмәғил улы тураһында хәтерләйәсәк, янығыҙҙа буласаҡ һәм килеп сыҡҡан мәсьәләләр ваҡытында кәрәк ярҙамды күрһәтәсәк, - тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы хәрбиҙең ғаиләһенән Башҡортостанға даими йәшәү урыны булараҡ күсеүҙе планлаштырмаймы икәнлеге тураһында һорашты.

- 17 йыл инде беҙ Мәскәү өлкәһенең Наро-Фоминск ҡалаһында йәшәйбеҙ, балалар унда мәктәпкә йөрөй, спорт менән шөғөлләнә. Мәктәптән һуң Мәскәү юғары уҡыу йорттарына инергә йыйына, - тине Регинга Усманова. – Илгиздең хеҙмәттәштәре лә беҙҙең менән бәйләнештә, һәр ваҡыт шылтыраталар, ярҙам кәрәкме икәнлеге тураһында һорашалар.

Радий Хәбиров герой ҡатынына генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Уның менән Илгиз Усманов үлгәндән һуң махсус хәрби операция барышында күрһәткән ҡаһарманлығы һәм героизмы өсөн наградланған. Ә балалары Руслан менән Рамаҙан Башҡортостан Башлығынан бүләккә велосипедтар, мәктәп рюкзактары алды.

- Республика һәр саҡ терәк булырға әҙер, - тине төбәк етәксеһе. – Минең ҡушыуым буйынса Республика кардиоүҙәгендә ата-әсәләрҙе реабилитациялау һәм һауыҡтырыу өсөн махсус программаны эшләнеләр. Һеҙ унда кәрәкле дауалауҙы ала алаһығыҙ. Һәләк булған егеттәрҙең күп кенә ата-әсәһе был мөмкинлектән файҙаланды.

Радий Хәбиров шулай уҡ Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә 30 ярҙам сараһы ҡаралыуы тураһында әйтте. Айырым алғанда, отпускта булған хәрбиҙәр ғаиләләре менән бергә республика шифаханаларында ял итә ала.

- Шәхсән иғтибарығыҙ һәм ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт, Радий Фәрит улы, - тине геройҙың ата-әсәһе. – Илгиз кадрлы хәрби, яратҡан ул, хәстәрлекле ир һәм атай ине. Һәр саҡ шулай хәтеребеҙҙә ҡаласаҡ.

Текст сығанағы, фотолар: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/168041.html

Ҡара Яҡупта ҡара ҡайғы кисереп...
Ҡара Яҡупта ҡара ҡайғы кисереп...
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас