Геройҙар дәүере
19 Июль 2023, 05:30

Сибай егеттәренә - миҙал!

Өс дуҫ былтыр көҙ махсус хәрби операцияға алынғайны.

Сибай егеттәренә - миҙал!Сибай егеттәренә - миҙал!
Сибай егеттәренә - миҙал!

Ошо көндәрҙә Сибай үҙәк ҡала дауаханаһы "Ашығыс ярҙам" бүлегенең өс яугир-фельдшеры дәүләт наградаһы менән билдәләнде.

Өс дуҫ, шәп фельдшерҙар махсус хәрби операцияла күрһәткән батырлығы, хәрби бурысын өлгөлө үтәгәне өсөн "Һәләкәткә тарығандарҙы ҡотҡарғаны өсөн" миҙалы менән бүләкләнде.

Дәүләт наградаһы уларға яу яланында, хәрби махсус операция биләмәһендә тапшырылған. Медицина хеҙмәткәрҙәре 2022 йылдың көҙөндә мобилизацияланғайны.

Афарин, Сибай егеттәре! Яҡындарығыҙ янына иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!

Фото: Сибай ҡалаһы хакимиәте сайты.

Сибай егеттәренә - миҙал!
Сибай егеттәренә - миҙал!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас