

Благовар районынан “Тарзан” ҡушаматлы яугир – ишле ғаилә башлығы. Ул һигеҙ бала тәрбиәләп үҫтергән. Иң өлкәненә – 34, ә бәләкәй ҡыҙына - өс йәш.
“Балалар – шатлыҡ-ҡыуанысым. Тик Тыуған илде һаҡлау тигән һөнәр бар. Ғариза яҙырға тип килгәндә военкоматта шулай тип әйттем дә. Мин унда кәрәкмен, тигән ҡәтғи ҡарарға килдем”, - тип белдергән "Тарзан". Был хаҡта Благовар районы хакимиәте башлығы Марат Йосопов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған.
“Благоварские вести” баҫмаһы журналистары “Тарзан”дың сығышы менән немец булыуын асыҡлаған. Күп йылдар элек ул ҡәрҙәштәренең тыуған яғы Германияға киткән булған, тик күпмелер ваҡыт үткәс, кире ҡайтҡан. Ул ябай ауылдағы тормошто һайлаған. “Тыуған ерем тартты. Ситтә булғанда ғына Рәсәйҙең мөһабәтлеген, матурлығын баһаларға мөмкин. Кире ҡайтҡас, иркен тын алдым һәм йәнә йәшәй башланым. Яманлыҡ менән көрәшергә өйрәнгәнмен - ун йыл милицияла хеҙмәт иттем, төрлө һынауҙар үттем. Һәм бында ла барыһын да күтәрермен”, - тип һөйләгән ул.
Әйткәндәй, Башҡортостанда йәшәүселәр Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй ала. Бының өсөн 117 белешмә телефонына, Хәл-торош үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19 телефондары буйынса шылтыратырға, тағы яҡындағы “Минең документтарым” күп функциялы үҙәгенә мөрәжәғәт итергә йәки башбат.рф. сайтына яҙырға мөмкин.
Фото Благовар районы хакимимәте башлығы Марат Йосоповтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.