Геройҙар дәүере
21 Июль 2023, 17:00

"Улыңды юғалтыу – ҙур ҡайғы"

Һәләк булған егеттәрҙең күп кенә ата-әсәләре был мөмкинлектән файҙаланды.

"Улыңды юғалтыу – ҙур ҡайғы""Улыңды юғалтыу – ҙур ҡайғы"
"Улыңды юғалтыу – ҙур ҡайғы"

Ермолаевка ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Көйөргәҙе районынан махсус хәрби операцияла һәләк булған һалдаттар Илгиз Алтыншин, Роберт Әмәкәсов һәм Пулат Биксуриндың ғаиләләре менән осрашты.
Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ата-әсәләре менән аралашҡанда төбәк етәксеһе ҡайғы уртаҡлашты һәм ысын ир-егеттәр, Ватан һаҡсыларын тәрбиәләгәндәре өсөн уларға рәхмәт белдерҙе.

- Республика улдарығыҙҙы һәр саҡ иҫтә тотасаҡ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Район хакимиәте һеҙҙең менән бәйләнештә булырға һәм килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам итергә тейеш. Шулай уҡ һәләк булған көйөргәҙеләрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү буйынса саралар күрергә кәрәк.

Төбәк етәксеһе ата-әсәләргә махсус программа буйынса Республика кардиология диспансерында дауаланыу һәм реабилитациялау курсын үтергә тәҡдим итте.

- Улыңды юғалтыу - ҙур ҡайғы. Ике аҙналыҡ курс сиктәрендә тейешенсә дауалана алаһығыҙ. Һәләк булған егеттәрҙең күп кенә ата-әсәләре был мөмкинлектән файҙаланды, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы Роберт Әмәкәсовтың һәм Пулат Биксуриндың ата-әсәләренә генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Хәрби хеҙмәткәрҙәр хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң ошо наградаға лайыҡ булды. Илгиз Алтыншин быға тиклем ошо наградаға лайыҡ булғайны.

Фото: glavarb.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас