

Мәсетле районы егеттәре махсус хәрби операцияла ҡатнашып ҡына ҡалмай, ә батырлыҡтары менән дә һоҡландыра. Яңы Мишәр ауыл биләмәһенән "Бүре" позывнойлы егетебеҙ дәүләт наградаһына лайыҡ булды.
Махсус хәрби операция барышында батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн Мәсетле егете Жуков һәм «Хәрби ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән. Миҙалдарҙы махсус хәрби операция биләмәһендә тапшырғандар.
Яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ, уларға ныҡлы һаулыҡ, ҡаҡшамаҫ рух күтәренкелеге һәм тиҙ арала Еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!
Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы төркөмөнән.