Геройҙар дәүере
24 Июль 2023, 06:00

Билдәле йырсы махсус хәрби операцияға киткән

Әле 58 йәшлек яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн әҙерлек үтә. 

Билдәле йырсы махсус хәрби операцияға киткәнБилдәле йырсы махсус хәрби операцияға киткән
Билдәле йырсы махсус хәрби операцияға киткән

"Юлдаш" радиоһы хәбәр итеүенсә, Радик Динәхмәтов махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн әҙерлек үтә. 

"Яңы вазифам - медицина взводы санитары. Яралыларға тәүге ярҙам күрһәтергә өйрәнәбеҙ. Шулай уҡ тулы хәрби әҙерлек тә үтергә тейешмен: атыу, окоп, марш-бросоктар... Беҙ көн дә полигонда", - тип белдергән йырсы.

Радик Динәхмәтов ү популяр йырсы, ул «Әлдә һин бар әле донъяла», «Зәңгәр күҙле ҡыҙҙы һағынам» һәм башҡа хиттарҙы башҡарыусы, шулай уҡ флейтасы булараҡ билдәле. Ул ете аудиоальбом, дүрт CD-диск, дүрт видеоальбом сығарған. Башҡорт һәм татар шағирҙарының «Кеше» йыйынтығының төҙөүсеһе лә.

Йырсыға иҫән-һау йөрөп ҡайтырға насип булһын, донъялар тиҙерәк тынысланһын!

Фото: "Башинформ".

Билдәле йырсы махсус хәрби операцияға киткән
Билдәле йырсы махсус хәрби операцияға киткән
Автор:Карима Усманова
Читайте нас