Геройҙар дәүере
25 Июль 2023, 07:00

Бөрйәндәрҙән ярҙамға УАЗ машинаһы

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан егеттәр махсус хәрби операция урынына ошо машинала юлланасаҡ

Бөрйәндәрҙән ярҙамға УАЗ машинаһыБөрйәндәрҙән ярҙамға УАЗ машинаһы
Бөрйәндәрҙән ярҙамға УАЗ машинаһы

Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов махсус хәрби операция өсөн район халҡы менән йыйған гуманитар ярҙам тураһында белдереп үтте:

– Ошо көндәрҙә район халҡы тарафынан йыйылған гуманитар ярҙам: маскировка селтәрҙәре, бысҡы, сөй, егеттәр үҙҙәре һораған кәрәк-яраҡтар махсус хәрби операцияла булған егеттәребеҙгә барып етте. Шулай уҡ, Иҫке һәм Яңы Монасип ауылдары халҡы, райондаштар ярҙамы менән УАЗ фургон машинаһы алынды.

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан егеттәр махсус хәрби операция урынына ошо машинала юлланасаҡ.

Изге эштә ҡатнашҡан һәр кемгә, район халҡына, ирекмәндәргә, шәхси эшҡыуарҙарға оло рәхмәтемде белдерәм! Алла бирһә, яҡташтарыбыҙҙың тыуған яҡтарға имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын көтәбеҙ! – тине ул.

Бөрйәндәрҙән ярҙамға УАЗ машинаһы
Бөрйәндәрҙән ярҙамға УАЗ машинаһы
Бөрйәндәрҙән ярҙамға УАЗ машинаһы
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас