Геройҙар дәүере
25 Июль 2023, 09:00

Радик Динәхмәтов яугирҙәргә йыр бүләк иткән

Билдәле йырсы Радик Динәхмәтовтың контракт буйынса махсус хәрби операцияға юлланыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде.

Радик Динәхмәтов  яугирҙәргә йыр бүләк иткәнРадик Динәхмәтов  яугирҙәргә йыр бүләк иткән
Радик Динәхмәтов яугирҙәргә йыр бүләк иткән

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, билдәле йырсы Радик Динәхмәтов махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн әҙерлек үтә. 

"Яңы вазифам - медицина взводы санитары. Яралыларға тәүге ярҙам күрһәтергә өйрәнәбеҙ. Шулай уҡ тулы хәрби әҙерлек тә үтергә тейешмен: атыу, окоп, марш-бросоктар... Беҙ көн дә полигонда", - тигән ине йырсы.

Радик Динәхмәтовтың яугирҙәр алдында сығыш яһаған видеоһы социаль селтәрҙә тарала. Әйткәндәй,  "Кейек ҡаҙ юлдары" йыры менән Дүртөйлөнән өлөшләтә мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған Артур Хәсәнов бөтә интернетты шаулатҡайны.

Фото һәм видео: "Бәйләнештә"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас