Геройҙар дәүере
28 Июль 2023, 16:30

Дилара Рахманғолова икенсе тапҡыр командировкала

Башҡортостан табиптары Донбасс халҡына ярҙам итә.

Дилара Рахманғолова икенсе тапҡыр командировкалаДилара Рахманғолова икенсе тапҡыр командировкала
Дилара Рахманғолова икенсе тапҡыр командировкала

2022 йылдан Башҡортостандың 14-се медицина хеҙмәткәрҙәре бригадаһы Луганск Халыҡ Республикаһы халҡына ярҙам күрһәтә.

Бригадала отоларинголог, кардиолог, офтальмолог, травматолог, стоматолог һәм башҡа белгестәр эшләй. Улар диспансеризация үткәрә, планлы һәм ашығыс медицина ярҙамын күрһәтә.

Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының ультратауыш диагностикаһы табибы Дилара Рахманғолова икенсе тапҡыр командировкала, тәүге тапҡыр 2022 йылда булған. Табип әйтеүенсә, улар башлыса ябай граждандарҙы хеҙмәтләндерә, ҡайһы берҙә кәрәк саҡта хәрбиҙәрҙе лә дауалай. Яңы урында эшләү өсөн бөтә нәмә лә бар, ти. Башҡортостан белгестәренең көнкүреш шарттары ла яҡшы, санитар-гигиена процедуралары менән һәр ваҡыт файҙаланырға була.

Үткән сменала табипҡа фиҙакәр хеҙмәте өсөн “Мәрхәмәтлек” билдәһенә лайыҡ булған. Уны Өфө табибына Красный Луч ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Соловьев тапшырған.

Фото: республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас