Геройҙар дәүере
1 Август 2023, 05:49

“Беҙҙе ватансылыҡ рухы берләштерә”

Яугир булыу – үлемһеҙ булыу ул.

Эдуард Ҡусҡарбәков фотолары.Эдуард Ҡусҡарбәков фотолары.
Фото:Эдуард Ҡусҡарбәков фотолары.

Башҡортостан Республикаһының төрлө киң мәғлүмәт сараларында эшләгән журналистарҙан торған команданың махсус хәрби операция биләмәһенә эш сәфәренә барып ҡайтыуы тураһында гәзит уҡыусыларыбыҙ хәбәрҙар. Быға тиклем донъя күргән мәҡәләләрҙә һәм интервьюларҙа был командировканың ойошторолоу маҡсаттары, уға әҙерлек барышы, изге ниәтте бойомға ашырырға ярҙам иткән кешеләрҙең өлөшө тураһында һөйләнек, яҡташтарыбыҙ хеҙмәт иткән полк һәм батальондарҙағы мөхит, хәрби тормоштоң үҙенсәлектәре менән таныштырҙыҡ.

Командировка барышында бихисап яугирҙәр менән аралашырға насип булды. Улар араһында үҙебеҙҙең яҡташтар ҙа, шулай уҡ Башҡортостан егеттәре менән иңгә-иң терәп, ил именлеге һағына баҫҡан башҡа төбәктәр яугирҙәре лә бар ине. Бөгөн һеҙҙең иғтибарға уларҙың уй-фекерҙәрен тәҡдим итәбеҙ.

 

“Томан” позывнойлы взвод командиры:

 

– Бында төрлөбөҙ төрлө сәбәп, төрлө мотивация менән килгән. Яҡындан танышып, һөйләшә башлаһаң, ҡыҙыҡлы яҙмыштар менән танышаһың. Завод эшселәре лә, ауыл егеттәре лә бар. Мәҫәлән, үҙем Башҡортостандың бер район хакимиәтендә спорт комитетын етәкләнем. Иң мөһиме – бында беҙҙе бер нәмә – илһөйәрлек рухы берләштерә. Коллектив (Доставалов исемендәге ирекле батальон – Автор.) яйлап берҙәм көскә әйләнде, хәҙер һәр кем үҙ бурысын аныҡ белә. Бер-беребеҙгә иңебеҙҙе ҡуйып, дуҫ йәшәйбеҙ, һәр ҡайһыбыҙҙың хәлен, күңел торошон белеп торабыҙ. Бындағы иптәштәр икенсе ғаиләң кеүек, мәҫәлән, шәхсән үҙем өсөн, ниндәй вазифа биләүенә ҡарамаҫтан, уларҙың һәр береһе туғанымдай яҡын.

Беҙҙең райондан чиновниктар араһынан иң тәүгеләрҙән булып махсус хәрби операцияға юлландым. Был аҙымға бындағы егеттәргә ярҙам итеү теләге этәрҙе. Нацизмдың илебеҙгә үтеп инеүенә юл ҡуйырға ярамай ине. Ошондай ваҡытта ситтән күҙәтеүсе булып ҡалғым килмәне, улай булдыра алманым. Өҫтәүенә мин – Росгвардияның махсус подразделениеһында әҙерлек үткән кеше. Донбасстағы хәлдәрҙе электән үк даими күҙәтеп барҙым, шуға күрә үҙ теләгем менән ирекле батальонға яҙылдым. Аҙымым ныҡлы уйланылған ине, илде һаҡлау – изге бурыс ул. Был яңғырауыҡлы фекер түгел, йөрәгемдән сыҡҡан һүҙҙәр.

Мин тыныс тормошта спорттың төрлө төрҙәре менән шөғөлләндем: көрәш, самбо, тхэквондо... Спорт – ир-егетте тәрбиәләү системаһы, ә инде ил һағына баҫҡан яугир өсөн ул айырыуса мөһим роль уйнай. Тренерҙарым өйрәткән һәләттәр, спорт залында тупланған тәжрибә бында ныҡ ярҙам итә, шуға күрә остаздарыма ҙур рәхмәт. Хәҙер инде үҙем белгәндәрҙе егеттәргә өйрәтергә тырышам, үҙ-үҙеңде яҡлау алымдарына өйрәтәм. Хеҙмәттәштәрем бик теләп шөғөлләнә. Хәрби шарттарҙа физик әҙерлек бик мөһим, сөнки ҡаршы яҡ көстәр йоҡлап ятмай – беҙ торған сиктәрҙе баҫып алырға, боеприпас, техника торған урындарҙы асыҡларға тырыша. Утҡа тотоуҙан тыш, беҙҙең һалдаттарҙың кейемен кейеп, разведка ла яһайҙар, һорашалар, белешәләр. Бына шундай саҡта, йәғни дошман менән күҙмә-күҙ осрашҡанда, физик яҡтан әҙерлекле булыуың, һаҡланыу алымдарын белеүең зарур. Шулай уҡ спорт көсөргәнеште кәметергә, тынысланырға ярҙам итә.

Белеүегеҙсә, яугирҙәргә ҡыҫҡа ваҡытлы ял бирелә. Мин дә тыуған яҡтарҙа булып килдем. Төш кеүек кенә булды. Тәнең унда йөрөһә лә, йәнең менән барыбер бында – яуҙаштарың янындаһың. Һәр саҡ уларҙы уйлайһың, имен-амандармы тип борсолаһың. Бында ла тормош дауам итә: шатлыҡ та, ҡайғы ла бар, әммә ул тойғолар нисектер икенсерәк, көслөрәк, сағыуыраҡ кеүек. Ижад иткән, мәҫәлән, шиғыр яҙған егеттәр бар.

Туғандар, ғаилә менән ҡыҫҡа ғына хәбәрләшеүҙәр көс бирә, еңеүгә ышаныс өҫтәй. Йәшәүемдең дауамы булып улым тыуҙы, Нуриман тип исем ҡуштыҡ. Беҙ уны үҙ-ара “Балапан”, йәғни бөркөт балаһы тип йөрөтәбеҙ.

Күптән түгел ҡайҙалыр “яугир булыу – үлемһеҙ булыу” тигән бер хикмәтте уҡығайным. Беҙ үҙебеҙҙең ҡайҙа, ни өсөн килгәнебеҙҙе яҡшы аңлайбыҙ. Иң мөһиме – үҙеңә, маҡсаттарыңа, асылыңды билдәләгән ҡиммәттәргә тоғро булыу.

 

“Корнет” позывнойлы яугир:

 

– Мин Мәскәү өлкәһенең Орехово-Зуево ҡалаһынан. 48 йәштәмен. Ике йылға хәрби хеҙмәткә контракт төҙөгән инем. Махсус хәрби операция башланғас, бойороҡ буйынса бүлеүгә ярашлы, Доставалов исемендәге батальонға эләктем.

Ғөмүмән, хәрби тәжрибәм бай ғына: мин – кадрҙағы офицер, Рязандә хәрби училище тамамланым. Ошо ике йыллыҡ контрактты төҙөгәс, тәүҙә пехотала хеҙмәт иттем, әлеге ваҡытта механик-водителмен. Дошман менән күҙмә-күҙ осрашырға ла тура килде. Һәр осраҡ үҙенсәлекле, әммә уларға артыҡ  әһәмиәт бирмәҫкә, үтә ныҡ ҡайғырмаҫҡа тырышаһың, һәр күңелһеҙ хәл арҡаһында рухың төшә икән, бында килмәүең яҡшыраҡ. Күңел тотороҡлоғо, эске ныҡлыҡ кәрәк. Миңә, Чечнялағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан кешегә, өйрәнеп китеү артыҡ ауыр булманы.

Контракт төҙөргә теләүселәргә шуны әйтергә теләр инем: тәү сиратта күңелдә яҡындарыңды, илеңде һаҡлайым тигән маҡсат, ынтылыш булырға тейеш. Беҙ бында һуғышырға түгел, ә һаҡларға, яҡларға килдек.

Доставалов батальонына эләгеүемә шатланып бөтә алмайым. Шундай егеттәр менән хеҙмәт итеүем – бәхет тә, ғорурлыҡ та. Бер ғаиләгә, туғандарға әйләндек инде. Миңә бында оҡшай, шарттар ҙа, тәртип тә яҡшы. Башҡортостан егеттәренә республикағыҙ түләгән өҫтәмә түләүҙәрҙе алмайбыҙ, беҙгә ил күләмендә булдырылған түләүҙәр генә килә. Был йәһәттән һеҙҙекеләр – афарин!

 

“Бабай” позывнойлы  яугир:

 

– Миңә 46 йәш, сығышым менән Хәйбуллананмын. Былтыр 9 июлдә ошо батальонға доброволец булып яҙылдым. Хәрби әҙерлек үткәндән һуң 5 сентябрҙә махсус хәрби операция биләмәһенә юлландыҡ.

Позывной һайлағанда элекке ҡушаматыма туҡталдым. Быға тиклем Ленинград өлкәһендәге бер заводта иретеп йәбештереүсе булып эшләгәйнем. Коллективта иң олоһо инем. Ҡырым татары булған мастер мине, шаяртып, “бабай” тип атаны.

Ғаиләм – ҡатыным, ике ҡыҙым бар. Был төбәктәге хәлдәргә электән битараф түгел инем. Одессалағы Профсоюздар йортондағы хәлдәрҙе иҫләйһегеҙҙер. Телевизор ҡарағанда бер ҡатындың асырғанып “Ярҙам итегеҙ!” тип ҡысҡырған мәле төшөрөлгән кадр әле булһа күҙ алдымда тора. Ә был мәхшәрҙе тыуҙырыусылар уға ҡарап рәхәтләнеп көлә ине. Бына хәҙер көлкөләрен яңыртабыҙ инде.

Әлеге ҡарарҙы ҡабул итеүемә тамсы ла үкенмәйем. Коллектив шәп, үҙ-ара дуҫ, берҙәмбеҙ. Республиканың ҙур ярҙамын тоябыҙ, ошо ярҙам арҡаһында бер нимәгә лә мохтажлыҡ кисермәй хәрби хеҙмәтте лайыҡлы алып барабыҙ. Туҡланыу, махсус кейем-һалым менән тәьмин итеү – барыһы ла Башҡортостан ярҙамы менән бойомға ашырыла.

Хәрби тормошто һайларға теләүселәргә шундай кәңәшем бар: икеләнергә, ҡурҡырға ярамай. Бында ысын ир-егеттәр хеҙмәт итә. Форсаттан файҙаланып, ғаиләмә, тыуған төйәгем – Хәйбулла тарафтарына сәләм ебәрәм.


Г. ВАРИСОВА

Читайте нас