Геройҙар дәүере
1 Август 2023, 05:51

“Уңыш теләп ҡалабыҙ!”

“АиФ” хәбәрсеһе – Башҡортостан яугирҙәренең хәрби операциялағы тормошо хаҡында.

Автор фотолары.Автор фотолары.
Фото:Автор фотолары.

Махсус операция биләмәһендәге иң ҡатмарлы участкаларҙың береһен Башҡортостандан мобилизацияланғандарға ышанып тапшырғандар. Бында оборона һыҙығы һуңғы ваҡытта Днепрҙағы һыу кимәленең тирбәлеүе арҡаһында ныҡ ҡына зыян күргән. Йылға ярҙы йыуған, унан артҡа  сигенгән.

“Хәҙер минең өсөн иң йәнде көйҙөргән ҡорал – көрәк, – тип һөйләй Стәрлетамаҡ яугире. – Әммә, нисек кенә булмаһын,  яңы оборона рубеждарын  ҡаҙып бөттөк инде. Урынлаштыҡ. Дошманды ҡыйратырға әҙербеҙ!”

 Блиндаждар ҡайһы берҙә биш метр тәрәнлектә урынлашҡан, сөнки бында балсыҡ менән ҡом ҡатнашмаһынан торған тупраҡ йомшаҡ. Уның өҫкө ҡатламы ғына ҡаты, ә аҫтараҡ көрәк еңел үтә. Бындай блиндажды “туҙҙырыу” өсөн снаряд тейәлгән тотош бер йөк машинаһы кәрәк. Әлегә иһә был оборона һыҙығы юлдары буйлап бөтөнләй көтөлмәгән дошман үтеп инә. Мәҫәлән, ҡара йылан. Шундайҙың береһен – башы киҫелгән йыланды блиндажға инеү урынында күрәбеҙ. Яугирҙәрҙе ҙур, 10 сантиметрға тиклем ҙурлыҡтағы сколопендралар ҙа борсой. Әммә серәкәйҙәр юҡ тиерлек  –  бигерәк эҫе. Позицияларынан 100 метр алыҫлыҡта, көньяҡ ҡояшы нурҙарында грек сәтләүеге өлгөрә, һары сейә лә күптән бешкән. Фронт һыҙығында ташландыҡ баҡсалар етерлек.

 

“Доға уҡымаған кеше юҡ”

 

Бында беҙҙең менән бергә ғәскәри руханиҙар –  Виктор атаҡай һәм Хәмзә хәҙрәт килде. Улар һалдаттар менән һәр теманы тикшерергә әҙер. Хәйер, сиркәүҙә шәмде нисек дөрөҫ ҡуйыу тураһында бер кем дә һорамай. Башлыса бурыс, йән, иман тураһында һөйләшәләр. “Ә һин Аллаға ышанаһыңмы?”  –  Хәмзә хәҙрәтте иғтибар менән тыңлаған яугирҙән һорайым.

“Артиллерия йәки миномет уты аҫтында доға ҡылмаған бер кем дә юҡ ул”, – тип яуаплай яугир. Артабанғы һөйләшеүҙән егеттең күптән түгел ҡатыны менән айырылышыуын беләм.  “Мин өйҙә һигеҙ ай булмағас, көтөп тормаған. Егеттәр был хаҡта белеп ҡалғас, шунда уҡ отпуск бирҙе, әммә өйгә ҡайтманым, йәнемде өҙгөләмәнем. Яҡында ғына, Ҡырымда ял иттем. Унда бер ҡыҙ менән таныштым, әле хатлашып торабыҙ”,  –  ти ул.

“Виктор атаҡай – “үҙ кеше”. Ул беҙҙе, гонаһына ҡарап, тубыҡландырыуы,  киң офицер ҡайышы менән эләктереүе лә ихтимал. Уны тыңламай ҡара! Айырыуса “шайтан”лы ҡушамат алған яугирҙәргә  эләгә”,  – тип шаярта икенсеһе.

Блиндаждарға һәм күҙәтеү пункттарына теләһә ниндәй тотҡарлыҡтарға, ҡаршылыҡтарға сыҙамлы сымлы телефон бәйләнеше үткәрелгән. Шундай уҡ эбонит торбалы аппараттарҙы беҙ Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы фильмдарҙа ғына күрә инек булһа кәрәк. Әммә телефондар яҡшы эшләй, уларға зарланыусы юҡ. Һәр яугирҙең тиерлек кеҫә телефоны ла бар. Дөрөҫөн әйткәндә, ул тыйылған, шуға күрә уларҙы туғандарына остоҡ ҡына булһа ла хәбәр биреү өсөн,  һаҡлыҡ менән генә ҡулланалар.

 “Аҙлап ҡына дрондарға ҡаршы һөжүм итәбеҙ, – тип һөйләй разведчиктар хәрби көндәлек тураһында.  –  Хәҙер улар күпкә кәмене. Ҙур “ҡоштар”ҙы беҙҙең электромагнит ҡоралдарыбыҙ, иң яҡшы осраҡта, тик тотҡарлай ғына, шул ваҡытта уларҙы автоматтан бәреп төшөрөргә тырышабыҙ. Уттың сәпкә тейеү йүнәлешен ҡоралдар билдәләй”.

Яр буйҙарында һыу баҫыуға тиклем үк ҡуйылған мина яландары ла йыуылмаған. Уларҙы һерәйеп торған антенналарынан яҡшы күреп була. Күрәһең, былар бик ҡеүәтле миналар – һәр береһе ярҙы 300 метрға тиклем “таҙарта” ала.  “Һеҙ, фотоға төшөрәм тип, уларға бик  үк яҡын килмәгеҙ”,  –  тип иҫкәртә яугирҙәр. Һыу баҫыуҙан һуң ҡайһы берҙәре ер йыуылып төшөп, үҙенән-үҙе шартлай, ә ярсыҡтары бик алыҫҡа һибелә икән.

Яҡында ғына разведка ротаһы оҫталары ҙур һәм ҡеүәтле квадроциклға автоматик гранатомет  өсөн өсаяҡ тоташтыра. 

Егеттәр конструкцияға тотороҡлолоҡ өсөн тағы бер граната йәшниген беркетергә ниәтләнә. Эшкә бик етди ҡарайҙар. Квадроциклдағы  двигателгә, күрәһең, улар ҡеүәт өҫтәгән – ул ярһыған табуретка кеүек елдерә. Разведка ротаһында, ғөмүмән, хужалыҡсан, оҫта кешеләр йыйылған: хатта бер мөйөштә йәшерен мунса төҙөгәндәр, ә ҡорал бүлмәһендә шундай тәртип, хатта патрон йәшниктәрен дә улар бер сафҡа теҙгән кеүек. Башҡа подразделениеларҙа барыһы ла бик утилитар, ғәмәли тәртиптә,  ә бында, бөхтәлек, күркәмлек тә бар. Эстеттар!

Позицияла  ДШК ҡеүәтле пулеметы ла  матур ғына булып күренә. Завод станинаһына ҡуйылған был ҡорал ике километрлыҡ яр буйын контролдә тота. Бындағы траншеялар ҙа бер аҙ башҡасараҡ –  тәрәнлеге ике метрҙан ашыу. “Хәүефле  участка, – тип аңлата яугирҙәрҙең береһе. – Шуға күрә мин бында автоматҡа ҡарағанда көрәк менән күберәк ваҡыт үткәрәм. Хәҙер инде икенсе оборона һыҙығында эшләйбеҙ”.

“Мин артабан да хәрби хеҙмәттә ҡалырға ныҡлы ҡарар иттем, – тип ҡушыла  урта звено офицерҙарының береһе. – Хәйер, башҡа ҡайҙа барайым: атай-әсәйем дә көс структураларында эшләй, үҙем бер нисә “ҡыҙыу нөктә”лә булдым. Әле иһә ошондай юл тап минеке икәнлекте аңланым. Бында лайыҡлы егеттәр йыйылған, дошман йырып үтә алмаясаҡ!”

 

Мутлашыусылар ҙа бар

 

Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан егеттәре ВСУ хәрбиҙәренә ҡаршы торорға ғына түгел, ә үҙ биләмәһендә мутлашыусылар менән дә көрәшергә өлгөрә. Бер мәл трассалағы блокпост командиры урындағы халыҡ сауҙа нөктәләре буйлап ташыған “элиталы спиртлы эсемлектәр”ҙең хаҡына иғтибар иткән.  Һуң, ҙур шешәләге виски бер нисек тә 350 һум ғына тора алмай бит! Һөҙөмтәлә йөк машинаһын тикшерәләр, ялған акциз маркалары төргәген табалар. Артабанғы тикшереү бөтә продукцияның контрафакт булыуын күрһәтә. Уны тартып алалар. Был, әлбиттә, коммерсанттарҙың һалдаттарға ҡарата һөйөүен һис кенә арттырмай. Әйткәндәй, халыҡҡа Рәсәй пенсияһы түләнә башлағас һәм бында Рәсәй хәрби частары төпләнгәс, урындағы магазиндарҙа хаҡтар ике тапҡырға артып киткән, әммә һатып алыусылар бер ҙә кәмемәй.

“Утҡа тотоу араһында тынлыҡ урынлаштымы – машинала елдереп кенә ресторанға суши алырға барып киләләр, уға тиклем ни бары  20 километр самаһы, –  тип һөйләй офицерҙарҙың береһе. – Ә унда тыныс тормош бара тиерлек, һирәк кенә атыш-снаряд осоуҙарға күптән инде бер кем дә иғтибар итмәй, шуға күрә бында күп яугирҙәр машиналар һатып алған – хәлдәренән килә, эш хаҡы яҡшы”.

..Командировка аҙағында ғына Башҡортостандан мобилизацияланғандар быға тиклем ошонда торған, шәхси составының 80 процентын юғалтҡан хәрби часты алмаштырғанын белеп ҡалабыҙ.

Кире юлланыр алдынан беҙгә, ир-егеттәргә, бары тик уңыш теләргә һәм, өйгә инеп, әйберҙәрҙе алырға ғына ҡала. “Өйгә түгел, базаға тип әйтергә кәрәк!  –  тип ҡәтғи төҙәтә беҙҙе яугирҙәр. – Һәммәбеҙҙең йорто –  тыуған Башҡортостаныбыҙҙа!”


Сергей ДОРОФЕЕВ

Читайте нас