

Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге батальон командиры “Йыртҡыс” сығышы менән Межгорье ҡалаһынан. Яңыраҡ ул тыуған ерендә булып, үҙе уҡыған 3-сө мәктәптә осрашыуҙа ҡатнашты.
“Йыртҡыс” үҙенең хәрби биографияһы, тормош юлы хаҡында һөйләне, Рәсәй өсөн ауыр осорҙа армияла тәртиптең һәм хәрби туғанлыҡтың тотҡан урынына айырым туҡталды. Йәштәргә файҙалы кәңәштәр бирҙе.
“Иғтибарлылыҡ, ентеклелек, үҙ һүҙеңдә тора белеү, ойошҡанлыҡ, яуаплылыҡ – ул өлгөргән кешенең биш принцибы, тап уларҙан ҙур профессиональ ҡаҙаныштарға юл башлана”, – тине яугир.
Осрашыуға килгән яҡташтары “Йырҡыс”ты ебәрергә теләмәйсә оҙаҡ тотто, һорауҙар бирҙе. Яугир йәш быуынға бик күп кәрәкле һәм файҙалы кәңәштәр бирҙе. Осрашыу аҙағында иҫтәлеккә фотоға төштөләр.
“Осрашыу тулҡынландырғыс һәм бөтәһе өсөн дә иҫтә ҡалырлыҡ булды. Аныҡ миҫалда уҡыусылар ысын геройҙарҙың йәнәш йәшәүен, батырлыҡ, Тыуған илгә һөйөү кеүек үҙ иленең тоғро гражданы сифаттарын күрҙе”, – тине сараны ойоштороусылар.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: mezgore-lib.ru