Геройҙар дәүере
2 Август 2023, 05:30

Гармунсы егет һәләк булған

Хәтерләйһегеҙме, Алмас Хужин гармун уйнап, тыуған яҡтарына имен-һау ҡайтырға тигәйне лә...

Махсус хәрби операцияла йәнә бер талантлы һәм дәртле егетебеҙҙе юғалттыҡ. Гармунда өҙҙөрөп уйнаған Белорет районының Йөйәк ауылы егете Алмас Хужин яуҙа һәләк булған.

Шомло хәбәрҙең ялған булыуын бар халыҡ көтһә лә, мөғжизә булманы. Алмастың вафаты рәсми раҫланды, ул 4 июлдә вафат булған. Гармунда уйнап барыһын хайран ҡалдырған егет барыбыҙҙың күңелендә шул килеш ҡалыр... 

Яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Видео: "Телеграм"дан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас