

Яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы кешеләрҙе ҡотҡарыуҙа күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы - “Һәләкәткә осрағандарҙы ҡотҡарған өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Был хаҡта Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Мәсхүт Миңлеғәлин хәбәр итте.
Шуны билдәләп үтергә кәрәк, бындай юғары награда граждандарға ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған экстремаль шарттарҙа кешеләрҙе ҡотҡарған өсөн бирелә.
Балаҡатай районының Иҫке Масҡары ауылы егетен лайыҡлы награда менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Ғорурланабыҙ!
Сығанаҡ: vk.com/glava_belokatai