Геройҙар дәүере
3 Август 2023, 12:30

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға шифаханала дауаланыу шарттарын аңлаталар

Был турала белеү өсөн иртәгә онлайн-осрашыуҙа ҡатнашығыҙ.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға шифаханала дауаланыу шарттарын аңлаталарМахсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға шифаханала дауаланыу шарттарын аңлаталар
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға шифаханала дауаланыу шарттарын аңлаталар

Башҡортостан халҡы 4 августа үтәсәк онлайн-осрашыуҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы шифахана һәм курортта дауалау тураһындағы һорауҙарға яуап ала аласаҡ

Спикерҙар:

Наталья Полянская - Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры

Резида Макулова - Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының балаларға медицина ярҙамын ойоштороу һәм бала табыуға ярҙам күрһәтеү бүлеге етәксеһе

Артур Ғәлиуллин - Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының шифахана-курорт дауалауы буйынса штаттан тыш баш белгесе

Осрашыуҙа ҡатнашыу өсөн теркәлергә кәрәк: https://vk.cc/cpSJqM. Теркәлеү өсөн форма тултырығыҙ, шунан һуң электрон почтағыҙға трансляцияға тоташыу өсөн һылтанма килә.

Осрашыу 19 сәғәт 30 минутта башлана.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был төбәк ташламаһы һәм уны тормошҡа ашырыуға 2023 йылда республика бюджетынан 100 миллион һум бүленгән.

Шифаханаға бушлай юллама менән махсус хәрби операция зонаһында булған ирекмәндәр, мобилизацияланғандар, контракт менән хеҙмәт итеүселәр, махсус операция биләмәһендә булған полиция һәм Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәре файҙалана ала.

Дауаланыу ваҡыты - 14 көн, туҡланыу - стандарт буйынса.

Программала Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә урынлашҡан 13 шифахана ҡатнаша.

Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы белгестәренән 8 (347) 218-02-11 телефоны буйынса өҫтәмә һорауҙарға яуап алырға мөмкин.

Эдуард Ҡусҡарбәков фотоһы.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас