

Махсус хәрби операцияға юлланыр алдынан "Кейек ҡаҙ юлдары" йырын йырлап киң танылыу алған Дүртөйлө районы егете Артур Хәсәновтың атаһы баҡыйлыҡҡа күскән. "Ҡәҙерле атайым, ауыр тупрағың еңел булһын... Мин һине мәңге онотмам", – тип яҙған ул социаль селтәрҙә.
"Атайым менән әсәйем хаҡлы ялда инде. Әсәйем – логопед-уҡытыусы. Атайым ғүмер буйына Себер яҡтарында эшләне. Ағайым менән мин генә сәнғәт юлынан киттек", – тип һөйләгәйне ул бер интервьюһында.
Артурҙың һәм уның яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ!
Фото: "Бәйләнештә"