Геройҙар дәүере
4 Август 2023, 09:00

Дошманға үҙенсәлекле сәләм ебәргәндәр

"Ватан" яугирҙәре дошманға “Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтан” тип яҙылған хәрби припастар менән атҡан

Дошманға үҙенсәлекле сәләм ебәргәндәрДошманға үҙенсәлекле сәләм ебәргәндәр
Дошманға үҙенсәлекле сәләм ебәргәндәр

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Башҡортостандан “Ватан” отряды яугирҙәре ярҙам күрһәткән яҡташтарға рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ улар 2 августа Иглин районында граната тотҡан ирҙе ҡоралһыҙландырыуҙа Радий Хәбировтың ҡатнашыуына, һөйләшеүҙәр алып барыуына һоҡланыуын белдереп, дошманға “Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтан” тип яҙылған хәрби припастар менән атҡан. Ошо хаҡта яугир Илгиз Солтаморатов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә уртаҡлашты.

–  Беҙҙең республика “Ватан” отрядын төҙөгәндән үк баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәтелә: хәрби кейем менән тәьмин ителгәнбеҙ, төбәк түләүҙәре лә бар, килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн ғаиләләребеҙ менән тәүлек әйләнәһенә бәйләнеш булдырылған. Башҡортостандан беҙгә тапшырылған техника – ике “КАМаз”, “УАЗ”, трактор хәрби постта хеҙмәтен дауам итә. Республиканың Иглин, Стәрлебаш, Кушнаренко райондары һәм Өфөнөң Дим районы ярҙам күрһәтте.Гуманитар ярҙам даими килә, ә Красный Лучтағы база һәр ваҡыт яңы позицияларҙы төҙөкләндереү өсөн төҙөлөш материалдары менән ярҙам итергә әҙер.

Әммә барыбыҙ ҙа был ярҙамдың башланғысында беҙҙең Башлыҡ Радий Хәбиров торғанын яҡшы аңлайбыҙ. Ул башҡа төбәктәр төшөндә лә күрмәгән тәртип ойошторған. 2 августа ул үҙенең шәхси ҡыйыулығын да күрһәтте. Шуға күрә бөгөн, отряд яугирҙәре башланғысы менән, беҙ Башҡортостан Республикаһы Башлығынан дошмандарыбыҙға "сәләм" тапшырып эшләйбеҙ. Республикаға һәм шәхсән Радий Фәрит улына рәхмәт! Еңеү беҙҙеке буласаҡ! – тип яҙған Илгиз Солтанморатов.

Фото: vk.com/ilgiz_sultanmurat

Дошманға үҙенсәлекле сәләм ебәргәндәр
Дошманға үҙенсәлекле сәләм ебәргәндәр
Дошманға үҙенсәлекле сәләм ебәргәндәр
Дошманға үҙенсәлекле сәләм ебәргәндәр
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас