Геройҙар дәүере
4 Август 2023, 06:00

Көрәктәр ялға ҡайтҡан яугирҙе ҡаршылаған

Был хаҡта Әбйәлил районы хакимиәте башлығы хәбәр итә

Көрәктәр ялға ҡайтҡан яугирҙе ҡаршылағанКөрәктәр ялға ҡайтҡан яугирҙе ҡаршылаған
Көрәктәр ялға ҡайтҡан яугирҙе ҡаршылаған

Ил Президенты Владимир Путиндың ҡарары сиктәрендә, махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәр ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыуҙарын дауам итә.

Ошо көндәрҙә Әбйәлил районының Ишкилде ауылы халҡы (халыҡ телендә - Көрәк) ялға ҡайтҡан ауылдаштарын йыр-моң, ҡымыҙ һәм сәк-сәк менән ҡаршы алған. Ни тиһәң дә бөгөн туғандарҙың ғына түгел, ауылдаштарҙың да терәк һәм кәрәк булыуы бик мөһим. Яуҙан ялға ҡайтҡан яугир  туғандары янында көс туплай, улар менән осрашыу-аралашыуҙарҙан һағыныуҙарын баҫа, күңелдәрен бөтәйтә. Ни тиһәң дә тыуған яҡта туғандарың янындағы ялдан да ҡәҙерлерәк нимә бар һуң?!

Фото һәм видео: Илдар Нафиҡовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән

Көрәктәр ялға ҡайтҡан яугирҙе ҡаршылаған
Көрәктәр ялға ҡайтҡан яугирҙе ҡаршылаған
Автор:Карима Усманова
Читайте нас