Геройҙар дәүере
5 Август 2023, 06:00

Атаһының орденын улы алды

Геройға үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены бирелде.

Атаһының орденын улы алдыАтаһының орденын улы алды
Атаһының орденын улы алды

Туймазы ҡалаһында хәрби комиссариат янында һәләк булған Артур Нальвадовты хөрмәтләп иҫкә алдылар. Сара барышында хәрби хеҙмәткәрҙең улы Динар Нальвадовҡа атаһының Ҡаһарманлыҡ ордены тапшырылды.

Награда тапшырыуҙа Артур Нальвадовтың туғандары - әсәһе Фәриҙә Шәмсулла ҡыҙы, улы Динар әсәһе Наталья Вячеславовна менән, яугирҙең ҡатыны Гөлнур Рәсил ҡыҙы, башҡа туғандары һәм Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары ҡатнашты.

"Артур Нальвадов үҙенең улы, йәштәр һәм яҡташтары өсөн һәр ваҡыт ысын Ватан һаҡсыһы өлгөһө буласаҡ. Ғәҙеллек өсөн, бөйөк илебеҙ өсөн көрәшкән ир-егеттәрҙең исемдәрен мәңге хәтерҙә һаҡларбыҙ", - тип яҙҙы социаль селтәрҙә район башлығы Айҙар Суфиянов.

Фото: https://vk.com/aidarsufiyanov

Атаһының орденын улы алды
Атаһының орденын улы алды
Атаһының орденын улы алды
Атаһының орденын улы алды
Атаһының орденын улы алды
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас