

Баймаҡ районының алдынғы хужалыҡтарының береһе булған Ленин исемендәге ауыл хужалығы кооперативы Сыңғыҙ һәм Таулыҡай ауылынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәрҙең ғаиләләренә бесәнләтә ярҙам күрһәткән.
"Хужалыҡ етәксеһе Рәсәй агросәнәғәтенең почетлы, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Ғәлим Булат улы Сәлимовҡа күрһәтелгән ярҙам өсөн ҙур рәхмәт еткерәбеҙ. Был беҙҙең өсөн бик шәп ярҙам булды, хужалыҡ рәйесе башҡа ваҡытта ла хәлебеҙҙе белешеп тора, байрам һайын бүләк-күстәнәстәрен ебәрә",- тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша яугир егеттәрҙең ғаиләләре.
Әйткәндәй, таулыҡайҙар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә утынлата ярҙам итеүҙә лә, егеттәргә даими рәүештә төрлө гуманитар ылыу ебәреүҙә лә һәр саҡ теләп ҡатнаша. "Иң мөһиме - илдә тыныслыҡ урынлашып, ир-егеттәребеҙ туған яҡтарына, яҡындары янына имен-һау әйләнеп ҡайтһындар", - ти улар.
Фото һәм текст сығанағы: "МБУ "Баймаҡ ТВ".